

Унда быйыл август айында янғындарҙы һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре лә булды. Улар араһында һөнәре буйынса янғын һүндереүселәр генә түгел, урмансылар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл халҡы һәм башҡа бик күптәр бар.
--Мин һеҙҙең менән осрашырға һәм рәхмәт белдерергә килдем. Һеҙҙең тырышлыҡ менән ут ауылдарға үтеп инмәне, янғындың масштаблы таралыуына юл ҡуйылманы. Урман янғындарын оператив һүндереү һөҙөмтәһендә ҙур юғалтыуҙар булманы. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт,--тине республика башлығы.