ЙӘМҒИӘТ
1 Сентябрь 2021, 17:48

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев оло юбилейын – 80 йәшен билдәләй.

Әҙипкә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев оло юбилейын – 80 йәшен  билдәләй.Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев оло юбилейын – 80 йәшен  билдәләй.
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев оло юбилейын – 80 йәшен билдәләй.

Яңы көнөм (Ҡәҙим Аралбаев)

Ғүмеремдең һәр бер яңы көнө —
Яңы кисеү, яңы кисереш.
Шул һынауҙар минән талап итә,
Көтә
Хәл ителеш, сиселеш.

Ҡасан ғына ярһыу хыялдарым
Күтәргәйне күккә бер талай,
Ауҙым!
Аҡыл әйтте: «Осор өсөн
Ҡанат кәрәк, шуны бел, малай!..»
Остом!
Тормош, бына ҡосағыңда
Ҡанаттарым йәйеп гиҙәмен.
Хәүефтәрең булыр,
Дауылдарың...
Ҡанаттарым талыр, һиҙәмен.

Шуғалыр ҙа
Һәр бер яңы көнөм —
Яңы кисеү,
Яңы кисереш.
Көндән-көн был тормош талап итә
Яңы хәл ителеш, сиселеш...

Артта инде уйһыҙ, тәжрибәһеҙ
Кәртә ярып сыҡҡан тай саҡтар!..
Әммә тормош төйөндәрен сисеп,
Иҫ-аҡылым китә ҡай саҡта...

Әле ҡойон, әле ысыҡ ярам,
Әле кисәм яңы даръялар.
Бер офоғом — имен, һандуғаслы,
тегеһендә — лаулап таң яна...

Яңы көнөм —
Яңы кисеүҙәрем,
Ашҡынамын һеҙҙең ҡосаҡҡа.
Ялҡын йотоп, ярға сығыу менән
Атлыҡмамын йылы усаҡҡа.

Бәхетлемен:
әгәр өҫтәй алһам
Ил йәменә бер нур, бәрәкәт;
Юлатмаһам халҡым күңеленә
Ситтән — әрнеү, яттан — йәрәхәт.

Яңы таңдарыма талпынғанда
Һынауҙарға тағы юлығам...
Ҡорос та бит — кешеләргә оҡшап,
Уттан һыуға инеп сыныға.

(Шиғыр һәм фото шағирҙың сәхифәһенән).

 

Автор:
Читайте нас