ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2021, 05:53

Ҡатай йәштәре йыйыны үтте

"Иҙел башы" этнофорумы спорт ярыштарына, мәҙәни сараларға бай булды, халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелде.

Ҡатай йәштәре йыйыны үттеҠатай йәштәре йыйыны үтте
Ҡатай йәштәре йыйыны үтте

Белорет районының Сермән ауылында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына һәм Башҡорт тарихы йылына арналған “Иҙел башы” этнофорумы үтте. Ул Ҡатай йәштәре йыйыны сиктәрендә унынсы тапҡыр ойошторола.

Сараға республикабыҙҙың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан, күрше  төбәктәрҙән мәртәбәле ҡунаҡтар, Ҡатай ырыуының билдәле шәхестәре йыйылды. Майҙан хужаһы – Сермән ауыл биләмәһе – сараға ныҡлы әҙерләнгән.

Этнофорум спорт ярыштарына, мәҙәни сараларға бай булды, халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелде. Иртәндән Заһир Исмәғилев исемендәге социаль үҙәк бинаһында “Ҡатай һылыуы” конкурсы барҙы, уның һөҙөмтәләрен йыйындың төп өлөшөндә иғлан иттеләр. Әйтергә кәрәк, “Ҡатай ырыуы батыры”, “Ауҙарыш”, уҡ атыу кеүек бәйгеләрҙе халыҡ яратып ҡараны.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Ҡатай ырыуының әүҙем вәкилдәренә Маҡтау һәм Рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырҙы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Сара барышында “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” конкурсында еңгәне өсөн Инйәр ауылындағы мәҙәниәт йортона “Ford Tranzit” микроавтобусы бүләк ителде. Шулай уҡ Тамьян-Ҡатай улысы старшинаһы Ғимран Нухов йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды.  

 

 

Фото:  vk.com

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2021-08-21/beloretta-atay-y-sht-re-yyyyny-tte-2474738

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас