

“Кейәүгә сыҡҡаныма күп тә түгел – ике йыл тулып килә.
Район үҙәгендә йәшәйбеҙ. Ирем эшләй, мин бер йәшлек улыбыҙ менән декрет ялында ултырам. Иремдең тыуған ауылы район үҙәгенән алыҫ түгел – 22 саҡрым. Ҡәйнәм яңғыҙ йәшәгәс, йыш ҡайтырға тырышабыҙ. Иремдең эш сменаһы ял көндәренә тура килһә, ҡәйнәм беҙгә килеп етә. “Ейәнемде һағынам”, – ти. Уныһына ышанам: килһә, бәпесте ҡулынан төшөрмәй, нимәләр генә һатып алып биреп бөтмәне.
Тик... Шул бер “тик” күңелде ҡыра: ҡәйнәм минең донъя көтөрлөк кеше булыуымда, улына яҡшы ҡатын, ейәненә һәйбәт әсәй икәнлегемдә шикләнеп йонсота.
Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә булғас, бишенсе кластан ҡалаға китеп, интернатта ятып уҡыным. “Интернат балалары эш рәтен белмәй үҫә” – бына ҡәйнәмдең иң ҙур дәғүәһе. Һәр нәмәгә ҡыҫыла, һәр ғәмәлде өйрәтә: һауыт-һаба йыуыуҙан башлап, бала тәрбиәләүгә тиклем.
Был юлы килеүенә, баламды илата-илата, ваҡ бәлештәр бешерҙем. “Ҡайһы кибеттән һатып алдың?” – тип һорап, күңелемде ҡалдырҙы. Үҙем бешерҙем, тиһәм, ышанмай.
Тешемде ҡыҫып түҙеп, ҡаршы һүҙ әйтмәҫкә тырышам. Әммә гел улай дауам итә алмай бит... Нимә эшләргә икән? Урынына ултыртҡансы әйтергәме? Әллә йәшәй-йәшәй барыһы ла яйланырмы?”
“Башҡортостан”дың “Бәйләнештәге” төркөмөнә Рәйлә исемле ҡатындың ебәргән яҙмаһынан Г. Яҡшығолова әҙерләне.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-08-20/nisek-yarar-a-belm-yem-2471826