ЙӘМҒИӘТ
19 Августа 2021, 05:10

Хәйбулла районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә

Уның төп маҡсаты –  тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларға һәм ғаиләләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәтеү. Мәктәп кәрәк-яҡтары Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәтендә ҡабул ителә. Адресы: Аҡъяр ауылы, М.Гәрәев урамы, 40 (1-се ҡат). Белешмәләр өсөн телефон: 2-25-34.

Хәйбулла районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» мәрхәмәтлек акцияһы дауам итәХәйбулла районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә
Хәйбулла районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә

Хәйбулла районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә. Уның төп маҡсаты –  тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларға һәм ғаиләләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәтеү.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан уҙғарылған традицион сара 11-се тапҡыр уҙғарыла һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Акция инвалид, етем, ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған, шулай уҡ күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, ауыр хәлдә ҡалған балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола.

Акция шарттарына ярашлы, гуманитар ярҙам канцеляр тауарҙары, яҙыу кәрәк-яраҡтары, һүрәт төшөрөү өсөн әйберҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар, дәфтәрҙәр һәм башҡалар граж­дандарҙан һәм предприятиеларҙан яңы килеш ҡабул ителә. Яҡшы тороштағы йәки яңы килеш портфелдәр, мәктәп формалары, дәреслектәр, әҙәби китаптар килтерергә мөмкин. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала.

Мәктәп кәрәк-яҡтары Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәтендә ҡабул ителә. Адресы: Аҡъяр ауылы, М.Гәрәев урамы, 40 (1-се ҡат). Белешмәләр өсөн телефон: 2-25-34.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас