ЙӘМҒИӘТ
18 Август 2021, 18:53

“Бөтәгеҙгә лә оло рәхмәтемде белдерәм”

Беҙҙең арала ошондай ихлас, ярҙамсыл, егәрле райондаштарыбыҙ булғанда беҙ дөйөм көс менән ниндәй ҙә булһа ауырлыҡтарҙы бергәләп еңә аласаҡбыҙ

“Бөтәгеҙгә лә оло рәхмәтемде белдерәм”“Бөтәгеҙгә лә оло рәхмәтемде белдерәм”
“Бөтәгеҙгә лә оло рәхмәтемде белдерәм”

Урыҫбай ауылы янында урман янғыны ҙур майҙанды ялмап алып, уны ҡамау өсөн күп көстәр – янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр, ауыр техника йәлеп ителде. Ошо ауылда йәшәүсе Рәзилә Ямалетдинованың йортонда оператив штаб, шулай уҡ туҡланыу урыны булдырылды. Әлеге ваҡытта янғын ауыҙлыҡланды, бында дежурлыҡ эше ойошторолған. 

–Тәүге көндәрҙә беҙ Урыҫбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары өсәүләп, 100-150 кешене ашаттыҡ. Артабан Бүребай, Аҡъяр һәм башҡа ауылдарҙан уңған ҡыҙҙар килеп, ихлас күңелдән аш-һыу әҙерләүҙә, уны урманға алып барыуҙа, аҙыҡ-түлек ташыуҙа ҙур булышлыҡ күрһәтте. Төрлө тарафтарҙан – Октябрьский, Өфө, Нефтекама, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Баймаҡ, Күгәрсен, Федоровка райондарынан һәм башҡа яҡтарҙан беҙгә ярҙамға ашығып килгән ирекмәндәр, янғын һүндереүселәргә -  һәр береһенә оло рәхмәтемде белдерәм. Әлбиттә, көн дауамында  аяҡ өҫтө йөрөү, йоҡоһоҙ төндәр бик күп хәлемде алды. Әммә миңә иң мөһиме – янғынды туҡтатыу, тыуған ауылымды, урмандарҙы ҡазанан һаҡлап ҡалыу булды. Быны маҡтанырлыҡ эш тип һанамайым, ә минең бурысым тип ҡабул иттем. Хатта Аҡъюл ауыл яғында янғын сыҡҡанын ишеткәс, уны һүндерешергә лә барырға әҙер инем, – ти беҙҙең заман геройы Рәзилә Ғилман ҡыҙы.

Беҙҙең арала ошондай ихлас, ярҙамсыл, уңған, тырыш, егәрле райондаштарыбыҙ булғанда беҙ дөйөм көс менән ниндәй ҙә булһа ауырлыҡтарҙы бергәләп еңә аласаҡбыҙ.

Бәлә-ҡазалар башҡаса булмаһын, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмайыҡ.

 

 

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас