

Көтмәгәндә Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташымды осраттым. Бик затлы машинала ине ул. Мине танып, эргәмдә туҡтаны. Йәйәүле бән фәҡирегеҙҙе янына ултыртып алды.
Тыуған яҡҡа ҡарай елдерәбеҙ, хәл-әхүәл һорашабыҙ. Яҡташым ҙур ғына урында түрә булып эшләй, ҡатыны мәрйә икән.
– Эшем дә бар, ашым да бар, бай йәшәйбеҙ. Тик барыбер үҙемде бәхетле тип әйтә алмайым, туған. Тыуған ергә, туған моңға етмәй икән ул. Илдең баш ҡалаһында йәшәүең менәнме ни, өйөңдә башҡортса һөйләшеү яңғырап тормағас! Улдарымды башҡорт итеп тәрбиәләй алманым... Туған телдәрен белмәйҙәр, икеһе лә мәрйәнән кәләш алды. Ғүмеремде бушҡа йәшәп үткәргән һымаҡ хис итәм. Үкендерә, туған, үкендерә... Терһәкте тешләр инем дә, буй етмәй, – тине.
Музыка ҡуйҙы. Машина салонында Абдулла Солтанов йырлауында "Илсе Ғайса" йыры яңғыраны:
Аҙаштырған болан балаһылай
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә, төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.
Күрәһең, ошолай башҡорт йырҙарын тыңлап йыуана, күңелен баҫа яҡташым. Бик тә йәл булып китте ул миңә. Ә шулай ҙа һәр кемдең бәхете – үҙ ҡулында.
Сығанаҡ: Тәлғәт Шаһманов.
Фото: topnews.ru