Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Август 2021, 00:15

Изге күңелле кешеләр

Әбеш ауылынан Нурсилә һәм Рифат Ибраһимовтар тап шундайҙар иҫәбендә

Изге күңелле кешеләр
Изге күңелле кешеләр

Янғын сығыуҙың беренсе көндәренән үк Әбеш ауылында Нурсилә һәм Рифат Ибраһимовтарҙың йортонда янғын һүндереүселәрҙе, ирекмәндәрҙе туҡландырыу ойошторолған. Әйтергә кәрәк, уларҙың ғаиләләре бәләкәй булмаһа ла, сит яҡ тарафтарҙан килгән кешеләргә лә урын табып, бында барыһы ла эҫе сәй, йылы аш, төрлө ашамлыҡтар менән тәьмин ителә.

–Ошондай көтөлмәгән бәлә – урман янғындары сыҡҡас, күршебеҙ Алһыу Аҡъюлова менән кәңәшләшеп, үҙебеҙҙә туҡланыу пункты булдырырға булдыҡ. Көслө ут сығыуҙың беренсе көндәренән алып, бында бөтә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, башҡа яҡтарҙан ярҙамға килгән ирекмәндәр менән бергә янғын һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү ойошторолдо. Әйткәндәй, бында һәр кем тырышып эшләйҙәр, ысын күңелдән ярҙам итергә тырыша, шулай уҡ алыҫ яҡтарҙан килгәндәргә йоҡларға урын да тәҡдим итәләр, – ти Нурсилә Ибраһимова.

Изге күңелле кешеләр
Изге күңелле кешеләр
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: