ЙӘМҒИӘТ
9 Августа 2021, 13:49

Ҡоролтай оран һала

Башҡортостандың көньяҡ райондарындағы ҡатмарлы хәл-торош менән бәйле, республика башҡорттары ҡоролтайы янғын һүндерергә теләүселәр бригадаһын ойоштора. Ҡоролтай хәрәкәте, ата-әсәләр берлеге Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура райондарына ярҙамға сыға.

Ҡоролтай оран һалаҠоролтай оран һала
Ҡоролтай оран һала

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы,  башҡорт ырыуҙары хәрәкәте лидеры Юлдаш  Йосоповтың әйтеүе буйынса,  айырым башҡорт ырыуҙары бригадаһы булдырылған.

Башҡортостан Ҡоролтайы-Дәүләт Йыйылышы вице-спикеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе  Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, район ҡоролтайҙары вәкилдәре янғын сығыуҙың беренсе көнөнән урындарҙа ярҙам итәләр.

--Ҡоролтай урман янғындарының беренсе көнөнән райондар менән бәйләнеш тота. Райондарҙа урындағы ҡоролтай ағзаларының кемеһелер ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә, икенселәре янғын һүндерә. “Ил төкөрһә-күл була”, тип бушҡа әйтмәйҙәр, бергәләп күберәк эшләй алабыҙ. Шуға күрә төрлө райондарҙа ирекмәндәрҙән бер нисә мобиль бригадалар ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде,--тине Эльвира Айытҡолова.

Бөгөнгө көндә исемлектәр төҙөлә,  транспорт мәсьәләһе хәл ителгән, ирекмәндәр бригадаһы райондарға сыға башлаған.

Янғын һүндерергә теләк белдергәндәргә  ҡалын кейем, итек, кирза, берцы кеүек аяҡ кейемдәре алырға кәрәк. Һәр кем үҙе менән аҙыҡ-түлек, термоста сәй ала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында ут һүндереүсе ирекмәндәр өсөн кәрәкле аҙыҡ-түлек, көрәктәр, ут һүндергес ранц кеүек гуманитар ярҙам ҡабул ителә.

Ирекмәндәр бригадаһына ҡушылырға теләүселәр +7 965 927-88-77 телефонына шылтырата ала. Адрес: Өфө ҡалаһы,  Революция урамы, 43.

Башинформ.

Фото ВК Администрация Хайбуллинского района

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас