ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2021, 14:43

Киләсәк быуынға мәғлүмәт ҡалдырайыҡ

Халыҡ иҫәбен алыу—билдәле ваҡытта илдә йәки илдең бер өлөшөндә йәшәгән барлыҡ халыҡ тураһында демографик, иҡтисади, социаль мәғлүмәт йыйыу, дөйөмләштереү, анализлау һәм нәшер итеү эшмәкәрлеге.  Хәйбулла районында әҙерлек нисек бара? Бөгөнгә ниндәй эштәр башҡарылған? Тап ошо һорауҙар менән район хакимиәтенең статистика-мәғлүмәт хеҙмәте бүлеге етәксеһе Зөлфиә Сәғәҙей ҡыҙы ӘБҮБӘКИРОВАға мөрәжәғәт иттек.

Киләсәк быуынға мәғлүмәт ҡалдырайыҡКиләсәк быуынға мәғлүмәт ҡалдырайыҡ
Киләсәк быуынға мәғлүмәт ҡалдырайыҡ

Халыҡ иҫәбен алыу—билдәле ваҡытта илдә йәки илдең бер өлөшөндә йәшәгән барлыҡ халыҡ тураһында демографик, иҡтисади, социаль мәғлүмәт йыйыу, дөйөмләштереү, анализлау һәм нәшер итеү эшмәкәрлеге. Шуға күрә был сараға әҙерлек ныҡлы бара. Сарала ҡатнашыусы һәр кеше илдең һәм республикабыҙҙың артабанғы йәшәйеш перспективаларын билдәләү өсөн рәсми статистик мәғлүмәт булдырып, тағы ла бер аҙым алға атлаясаҡ.

Хәйбулла районында әҙерлек нисек бара? Бөгөнгә ниндәй эштәр башҡарылған? Тап ошо һорауҙар менән район хакимиәтенең статистика-мәғлүмәт хеҙмәте бүлеге етәксеһе Зөлфиә Сәғәҙей ҡыҙы ӘБҮБӘКИРОВАға мөрәжәғәт иттек.

—Хәйбулла районында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек нисек бара?

—Сараға әҙерлек 2019 йылда уҡ старт алды. Уның ваҡыты төрлө сәбәптәр менән күсерелеп килә. 2021 йылдың ғинуар айындағы статистик мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта районда барлығы 29679 кеше йәшәй.

Иҫәп алыу хеҙмәте эште объекттарҙың исемлеген һәм картографик материалдарҙың актуаллеген тикшереүҙән башланы. Әлегә был эштәр тулыһынса тамамланды. Объекттар, йорттар һанын һәм картографик материалдарҙы яңыртыу һөҙөмтәһендә район территорияһы һанау һәм иҫәпләү майҙандарына бүленде. Иҫәп алыу өсөн районда 55 участка булдырылды.

—Район хакимиәтенең статистика бүлеге белгестәренән тыш, картографик материалдарҙы төҙөүҙә кемдәр ярҙам итте?

—Участкаларҙағы яңы төҙөлгән объекттарҙы, йорттар исемлеген, картографик материалды ысынбарлыҡ менән сағыштырып төҙәтмәләр индереү өҫтөндә 2019 йылдың 15 авгусынан 15 сентябренә тиклем районда 14 теркәүсе эшләне. Урамдарға исем яҙылған билдәләр, йорт һандары ҡуйыу ҙа уларҙың хеҙмәте. Был эш-тәр халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусыларға эште еңелләштерҙе. Халыҡ иҫәбен алыу ун йыл элек үткәрелгәйне. Әлбиттә, бөгөн ра-йонда үҙгәрештәр байтаҡ. Хәйбулла үҫә, матурлана, яңы төҙөлөш объекттары ҡалҡып тора. Яңы исемлектәр статистика-мәғлүмәт бүлегендә теркәлеп бара.

—Сараға нисә хеҙмәткәр йәлеп ителәсәк?

—Иҫәп алыуҙы үткәреү өсөн 64 иҫәп алыусы һәм контролер кәрәк буласаҡ. Бында Рәсәй гражданы булған 18 йәштән өлкән, Рәсәй статистика бүлегендә махсус уҡыу үткән һәр кем эшләй ала. Беҙҙең бүлектә эшләргә теләктәре булғандарҙы яҙыу башланды. Улар менән килешеү сентябрҙә төҙөләсәк.

—Ҙур саралар башланған ваҡытта халыҡты алдаусылар ҙа ҡуҙғала. Алданып урланып ҡалмаҫ өсөн, иҫәп алыусыларҙы ниндәй атрибуттар аша танып буласаҡ?

—Беренсенән, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр кейемдәре менән айырылып тора. Уларҙың һәр береһенә жилеттар һәм иҫәп алыу символикаһы менән шарфтар бирелә. Шулай уҡ планшеттары, “Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте” тип яҙылған күк төҫтәге портфелдәре була. Икенсенән, уларҙа махсус һаҡлаулы танытма һәм галограммалары булырға тейеш. Документ паспорт менән бергә булғанда ғына дөрөҫ тип һанала.

—Хәйбулла районында иҫәптә тороп та, башҡа ерҙә йәшәгәндәр, дауаханаға эләгеүселәр, вахта ысулы буйынса эшләүселәр халыҡ иҫәбен алыуҙа нисек ҡатнаша ала?

—Мәғлүмәт биреүҙә ғаилә ағзаларының берәүһе булыу ҙа етә. Хәҙерге ваҡытта иң уңайлы ысул —Дәүләт хеҙмәте аша ғаризаны электрон форматта тултырыу. Иҫәп алыу ғаризаһы 1 октябрҙә 00:00 сәғәттә асыла. Уны 25 октябрҙең 23:59 сәғәтенә тиклем тултырырға була.

Электрон ғариза тултырыу шуныһы менән уңайлы:

-ваҡыт уҙғарып иҫәп алыусыны көтөп ултырырға кәрәкмәй;

-һаулыҡ өсөн бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ;

-барлыҡ мәғлүмәт ныҡлы һаҡлана һәм шифрҙарға йәшерелеп бирелә;

-ғаризаны компьютер, планшет, смартфондар аша тултырып була;

-ваҡытты һәр кем үҙе һайлай.

—Электрон форматта ғариза тултырған осраҡта, халыҡ иҫәбен алыусыны өйҙә көтөргә кәрәкме?

—Был осраҡта хеҙмәткәрҙәрҙе көтөргә кәрәкмәй. Һәр кемгә ғариза тултырыуҙы раҫлаусы цифрлы код биреләсәк. Иҫәп алыусы килгән осраҡта кодты смартфон, планшет аша, йә ҡағыҙға сығарып күрһәтергә була. Был код аша бөтә мәғлүмәт хеҙмәткәргә билдәле буласаҡ.

—Иҫәп алғанда ниндәй һорауҙар бирелә?

—Иҫәп алыу өсөн ғаризалар махсус программала төҙөлдө. Шуға күрә барыһына ла бер төрлө һорауҙар биреләсәк: кешенең йәше, ғаилә торошо, белеме, балаларының һаны, милләте, телдәр белеүе, йәшәгән урыны, торлаҡ шарттары, бина төҙөклөгө, мәшғүллеге, миграция тураһында мәғлүмәт алынасаҡ.

—Райондаштарығыҙға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?

—Уларҙың барыһын да был мөһим сарала ҡатнашырға саҡырам. Илебеҙ тарихын яҙыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индереп, киләсәк быуын өсөн үҙебеҙ тураһында мәғлүмәт ҡалдырыу—беҙҙең төп бурысыбыҙ!

—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

Автор:Альфира Узянбаева
 
Автор:
Читайте нас