

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Йылайыр районында "Аҫылташ" башҡорт йәштәр мәғариф форумы үҙ эшен дауам итә. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен өйрәнә, эксперттарҙың сығыштарын тыңлай, актуаль мәсьәләләрҙе тикшерә.
Форумды ойоштороусыларҙың береһе Ғәйнислам Атанғолов әйтеүенсә, сара бик юғары кимәлдә бара. Бында үҙ маҡсатына ынтылған йәштәр йыйылған. Һәр көн барыһы өсөн дә фәһемле үтә, шулай уҡ мәҙәни сараларҙа ла йәштәр әүҙем ҡатнаша.
- Беҙ ысынлап та башҡорт йәштәре араһында иң-иң "аҫылташ"тарҙы эҙләйбеҙ, уларҙы табып артабан үҫтерәсәкбеҙ. Бөгөн республикала үҙенең ҡарашы, алға ҡуйған маҡсаты булған белемле, рухлы йәштәр бик кәрәк һәм улар бик күп. Нисек кенә булмаһын, киләсәк - йәштәр ҡулында! Шуға күрә форумда үҙ теленә, халҡына, иленә битараф булмаған ҡыҙ һәм егеттәр килгән. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш гвардия" ойошмаһы һәм "Яҡташтар" ассоциацияһы ойошмаһынан барлыҡҡа килгән "Аҫылташ" форумында ҡатнашыусылар халыҡ мираҫының тарихи, мәҙәни аспекттарын өйрәнә, башҡорт йәштәрен берләштереү механизмдарын төҙөү серҙәрен эҙләй, шәхси үҫеш тренингтары, этноквестар, төрлө майҙнасыҡтар үткәрә, - ти Ғәйнислам Атанғолов.
Бер һүҙ менән әйткәндә, форумда йәштәр өсөн барлыҡ ишектәр асыҡ.
Автор фотоһы.