Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2021, 10:44

Ҡурған өлкәһе башҡорттары тамырҙарына тоғро ҡала

Ҡуйсан ауылына 1794 йылда Барын-Табын ырыуы башҡорттары нигеҙ нигеҙ һалған була.

Ҡурған өлкәһе башҡорттары тамырҙарына тоғро ҡала
Ҡурған өлкәһе башҡорттары тамырҙарына тоғро ҡала

Республиканан киттә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ата-бабаларын онотмай, тарихҡа тоғро ҡала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында юҡҡа сыҡан ауыл урынында иҫтәлекле билдә ҡуйылған. Ҡуйсан ауылына 1794 йылда Барын-Табын ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған була. 1963 йылда уға киләсәкһеҙ тигән мөһөр һуғыла һәм халҡы башҡа ауылдарға таратыла. 


Шулай итеп, ярты быуаттан һуң Ҡуйсан халҡы, уларҙың вариҫтары атайсалын хөрмәтләп иҫкә алырға тип бергә йыйылды. Ауыл урынында улар иҫтәлекле билдә урынлаштырырға ҡарар итә. Үҙенсәлекле байрамда Сафакүл районы башлығы урынбаҫары Булат Мөжәһитов, Субботин ауыл советы рәйесе Рәфис Ниғмәтуллин ҡатнашты, сығышында халыҡтың был башланғысын хуплауҙарын белдерҙе. 


Сараға шулай уҡ өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ильяс Бәҙретдинов, “Сафакүл” рухи тәрбиә биреү үҙәге етәксеһе Ринат хәҙрәт Нурмөхәмәтов һәм башҡа ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Юҡҡа сыҡҡан ауыл урынында әрүахтар исеменә доға ҡылынды, Ҡуйсан тарихы тураһында сығыштар яңғыраны, һуңынан бай программалы концерт ойошторолдо. Үҙенең тарихын онотмаған, уны киләһе быуынға тапшырырға тырышҡан халыҡ бер ҡасан да юғалмаясаҡ. Сафакүл районы башҡорттары быға асыҡ миҫал булып тора. Афарин!

 

Ә һеҙ ауылығыҙҙың тарихын беләһегеҙме?

 

 

 

Фото һәм мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2021-08-07/safak-l-rayony-bash-orttary-tamyr-aryna-to-ro-ala-2453218
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: