ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2021, 10:15

"Ағы барҙың туғы бар”, --ти халыҡ мәҡәле.

Яңы Ергэн ауылынан ҡатын -ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлназ Шаһимарҙан ҡыҙы тәжрибәһенән һеҙгә ҡорот эшләү алымдарын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡорот – халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан эшләп килгән. Ә инде ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Хәҙерге заманда етештерелгән аҙыҡтарҙың бик күбеһе организмға зарар килтереүен беҙ беләбеҙ. Шуның өсөн милли аҙыҡтарыбыҙҙы күберәк ҡулланырға кәрәк.


Ағы барҙың туғы бар”, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, халҡыбыҙ тормошонда борон-борондан аҡтан эшләнгән ризыҡ айырым урын алып торған. Башҡорт халыҡ аштарына күҙ йүгертһәң, иң оҫта, шул уҡ ваҡытта дауалау йәһәтенәндә бик файҙалы аҙыҡтар һыйыр ағынан яһала.


Ҡорот файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 ккал.
Яңы Ергэн ауылынан ҡатын -ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлназ Шаһимарҙан ҡыҙы тәжрибәһенән һеҙгә ҡорот эшләү алымдарын тәҡдим итәбеҙ.


#НовозирганскийСДК
#Мастеркласс:Ҡоротҡайнатыу

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас