

Быйыл Ырымбурҙағы "Каруанһарай" тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған саралар ойошторола.
Карауанһарай – XVIII быуаттың тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Генерал-губернатор В.А. Перовский тәҡдиме менән 1837 йылда төҙөлә башлаған һәм 1846 йылдың авгусында асылған.
Бына ҡайҙан килә башҡорт халҡында Перовскийға ҡарата хөрмәт, хатта бейеүе лә бар бит. “Ырымбурға йомош йәки эш менән килгән башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең һис ниндәй туҡталыу урыны юҡ, – тип яҙа генерал-губернатор башҡорт һәм мишәр кантон башлыҡтарына мөрәжәғәтендә. – Мин бында даими туҡталыу урыны, йәғни Каруанһарай һала башларға ниәтләйем”.
1837 - 1846 йылдарҙа ирекле иғәнәгә Ырымбурға үҙ йомошо, эш буйынса килгән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн ҡунаҡхана, башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп төҙөлгән. Тарихи-архитектура комплекс Башҡорт халыҡ йортонан һәм мәсеттән тора. 1917-1918 йылдарҙа Каруанһарайҙа республика хөкүмәте резиденцияһы һәм башҡорт ғәскәре урынлашҡан.
Фото: zen.yandex.ru