ЙӘМҒИӘТ
30 Июль 2021, 06:40

Аҡъярҙа урам ремонтлана

Автомобилселәр Мортазин урамында яңы юлдан йөрөйәсәк

Аҡъярҙа урам ремонтланаАҡъярҙа урам ремонтлана
Аҡъярҙа урам ремонтлана

Рәсәйҙең ике бәләһе бар, тиҙәр. Шуларҙың береһе – юлдар. Уларҙың торошо водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә бер тигеҙ борсой. Район халҡы өсөн дә юлдарҙың торошо, ундағы соҡор-саҡырҙар – көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.

 

Йәй миҙгеле – юлдарҙы ремонтлау барышы ҡыҙған мәл. Әлеге ваҡытта Аҡъяр ауылының Мортазин урамында ла юлды капиталь ремонтлау эше бара. Бөгөнгө көндә уның өҫкө ҡатламы тәртипкә килтерелә, һуңыраҡ унда асфальт түшәлә. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проектына һәм республика программаһына ярашлы башҡарыла.

Беҙ барғанда оҙонлоғо 250 метр тәшкил иткән урам иҫке асфальттан таҙартылып, яңыһын түшәүгә әҙерләнелә ине. Шулай уҡ бында асфальт-бетон йәйелеп, 500-ләп яңы бордюр ҡуйыла.

Ремонт эшен Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһының «Спецстроевец-6 Плюс» ЯСЙ-һы башҡара.

–Көндәр эҫе һәм ҡоро торғанда мөмкин тиклем күберәк эш башҡарып ҡалыу өсөн иртә таңдан кискә тиклем эшләйбеҙ. Бында 4 берәмек техника һәм 7 эшсе йәлеп ителде. Эш тулы ҡеүәтендә бара: урам тигеҙләнә, ваҡ ҡырсынташ түшәлә һәм башҡалар.

Төҙөкләндереү барған участканың дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метр тәшкил итә. Асфальтты Орск ҡалаһынан алып киләбеҙ. Был участкала яҡынса 300 тонна асфальт түшәләсәк. Мортазин урамындағы капиталь ремонт эштәрен билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ тамамларға ниәтләйбеҙ, – тине «Спецстроевец-6 Плюс» йәмғиәте директоры Олег Телешевский эш барышы менән таныштырып.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас