

Таштуғай ауылында йәшәүсе Гөлшат Ямалетдин ҡыҙы менән Азамат Рәүеф улының иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә 50 йыл. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. 50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк.
Улар икеһе лә Таштуғай ауылында тыуып үҫкән, бер мәктәпкә уҡырға йөрөгән һәм 50 йыл элек өйләнешкәндәр.
Гөлшат Собханғолова Таштуғай ауылында ишле ғаиләлә тыуған.
–Атайым йәшләй үлгәс, әсәйем туғыҙ бала менән тол ҡалды. 8-се класты тамамлап, апайым менән һауынсы булып эшкә төштөк. Буласаҡ иптәшемдең дә әсәһе вафат булып ҡалып, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, өйләнештек, – ти ул.
Таштуғай ауылының абруйлы ир-уҙаманы Азамат Рәүеф улы йәштәргә оло үрнәк, туғандарына, балаларына терәк-таяныс булып йәшәй. Мәктәпте тамамлағандан һуң, армияла хеҙмәт итә. Тыуған ауылына ҡайтҡас, хеҙмәт юлын “Таналыҡ” совхозында тракторсы булып башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо һөнәренә тоғро ҡала.
Был ябай ауыл эшсәндәре ғүмерҙәренең байтаҡ йылдарын намыҫлы хеҙмәткә бағышлай, балалар тәрбиәләй, тормош һынауҙарын бергәләп үтә һәм яҙмыш бүләктәренә ихлас һөйөнә.
Собханғоловтарҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә өс бала үҫкән. Ҡыҙҙары Гөлсара, улдары Әнәс һәм Әсҡәт барыһы ла Таштуғайҙа йәшәйҙәр. Улар үҙ ғаиләләрен ҡороп, намыҫ менән хеҙмәт итәләр. Ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торалар, хужалыҡтарында ярҙам итергә тип тыуған йорттарына йыш киләләр. Әле Собханғоловтар 9 ейән-ейәнсәр һәм 3 бүлә-бүләсәргә бәхетле ҡартатай һәм ҡартәсәй.
–Ғаилә, балалар, тип ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашабыҙ. Уларҙың барыһын да тигеҙ яратабыҙ, үҙҙәре лә, "ҡартатай, өләсәй", тип өҙөлөп кенә торалар. Әгәр барыһын да яңынан башларға кәрәк булһа, беҙ башҡа тормош теләмәҫ инек. Аңлау, сабырлыҡ, аҡыл беҙгә ярты быуат ғүмер кисерергә ярҙам итте! Илле йыл – ул тотош бер ғүмер, – ти ирле-ҡатынлы Собханғоловтар.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп 50 йыл бергә йәшәгән Собханғоловтарҙың алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балаларының изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Гүзәл Бохарбаева.