

«Агростартап» гранты аҡсаһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты буйынса бүленә. Уны яңы эш башлаған һәр ауыл эшҡыуары оторға мөмкин, бының өсөн грамоталы фермер хужалығы проектын күрһәтергә кәрәк. Һайлап алыу процесы асыҡ — комиссияның һәр ултырышы онлайн-режимда трансляциялана», — тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.
Былтыр 68 ауыл эшҡыуары 211,5 миллион һумға «Агростартап» гранттарын алды. Уларҙың береһе — Мишкә районы умартасыһы Виктория Хазиева. Өс миллион һум күләмендәге грантҡа ул шифалы өҫтәмәләр менән бал тултырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырҙы һәм бал ҡорто ғаиләләре һатып алды.
«Проекттың сығымы 2,5 йыл эсендә үҙен аҡларға тейеш. Әгәр үҙемә генә иҫәп тоторға тура килһә, барыһы ла шунда уҡ килеп сыҡмаҫ ине», — тине эшҡыуар.