ЙӘМҒИӘТ
29 Июля 2021, 17:23

Район ауылдарында граждандар сходы үтә

Осрашыуҙар Ғәлиәхмәт, Сәғит, Һамар, Ивановка, Сиҙәм, Подольск, Яңы Ергән һәм Байғусҡар ауылдарында үтте. Хәҙерге еңел булмаған ваҡытта төп тема—вакцинация, һәм, әлбиттә, ауыл халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр.

Район ауылдарында граждандар сходы үтәРайон ауылдарында граждандар сходы үтә
Район ауылдарында граждандар сходы үтә

Район ауылдарында граждандар сходы үтә. Осрашыуҙар Ғәлиәхмәт, Сәғит, Һамар, Ивановка, Сиҙәм, Подольск, Яңы Ергән һәм Байғусҡар ауылдарында үтте. Хәҙерге еңел булмаған ваҡытта төп тема—вакцинация, һәм, әлбиттә, ауыл халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр.

Ауылдарҙа йәшәүселәр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы сығарыу,  төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин ителеш кеүек һәм башҡа һорауҙарҙы күтәрә. Үҙҙәрен борсоған шәхси һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итәләр.

Муниципаль район хакимиәте  башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә: “Бындай осрашыуҙар артабан да дауам итәсәк. Беҙ һөйләшеүҙәр өсөн асыҡбыҙ һәм халыҡты ла әүҙем булырға, инициатива күрһәтергә саҡырабыҙ. Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә территорияларҙы үҫтереү буйынса төп мәсьәләләрҙе хәл итеү—беҙҙең маҡсат”,--тип яҙа.

 

Фото һәм мәғлүмәт:

Рустам Шарипов

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас