«Әгәр элек ғариза яҙыу ваҡыты декабрҙә өс көн менән сикләнһә, хәҙер субсидия биреү өсөн агросәнәғәт предприятиеларының ғаризалары 30 календарь көн дауамында һайлап алына, ул 1 ноябргә тиклем башлана, был иһә иң яҡшы дәғүәселәрҙе ентекле һайлап алырға мөмкинлек бирә»,- тине вице-премьер һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов хөкүмәт ултырышында.
Республика бюджеты ла быйыл май бирә торған үҫемлектәр етештереүҙе арттырыуға 23 миллион һум бүлде.
Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Ауыл хужалығы министрлығына республиканың ауыл хужалығы предприятиеларын финанслау өсөн федераль проекттарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға ҡушты.