ЙӘМҒИӘТ
28 Июль 2021, 12:27

Башҡортостанда ғаилә менән ҡайҙа ял итергә мөмкин?

Матур йәй ҙә, балаларыбыҙ көтөп алған каникул да, шул иҫәптән #Башҡортостандыһайла онлайн флешмобы ла дауам итә.

Башҡортостанда ғаилә менән ҡайҙа ял итергә мөмкин?Башҡортостанда ғаилә менән ҡайҙа ял итергә мөмкин?
Башҡортостанда ғаилә менән ҡайҙа ял итергә мөмкин?

Матур йәй ҙә, балаларыбыҙ көтөп алған каникул да, шул иҫәптән #Башҡортостандыһайла онлайн флешмобы ла дауам итә.

Акцияға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Зөлфиә Рәхмәтуллина ҡушылды. Ул да отпуск һәм балалар ялы өсөн Башҡортостанды һайлаған. Ғаиләһе менән Ураҙбай быуаһы (Ишембай районы) – Торатау – Аҡташ, Уҡлыҡая, Сәйетбаба (Ғафури районы) – Асы, Шүрәле теше  (Белорет районы) – Үләнде күле, Динопарк (Әбйәлил паркы) – Яҡтыкүл (Мауыҙҙы). “Беҙгә һәм балаларға бындай әүҙем ял оҡшаны”, - тип яҙған Зөлфиә Рәхмәтуллина.

“Иң яҡшы ғаилә ялы – тәбиғәттәге ял ул”, - тип иҫәпләй Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Ул да #Башҡортостандыһайла онлайн флешмобына ҡушылған һәм социаль селтәргә Мораҙым тарлауығындағы ял фотоларын һалған. “Был – уникаль урындарҙың береһе. Унда ҡалалағы шау-шыуҙан ял итергә, көндәлек эштәр хаҡында оноторға, ҡаялар һәм мәмерйәләр матурлығы менән һоҡланырға мөмкин. Таҙа һауа, матур пейзаж һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар – ғаилә менән ял итеү өсөн мотлаҡ шарттар. Бындай ялдар яҡынайта, сағыу мәлдәр менән хәтерҙә ҡала. Тауға менеү, мәмерйәгә төшөү, Оло Эйек йылғаһында һыу инеү балалар хәтерендә мәңгелеккә ҡаласаҡ”, - тип яҙған Зариф Байғусҡаров.

Онлайн флешмобта Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Милана Скоробогатова ла ҡушылған. Ул да балалар менән Арса ташында булған. “Был – көс урыны”, - тип яҙған ул.

Ә һеҙҙең төбәктә һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ ниндәй урындар бар? 

 

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас