

Башҡортостанда йылҡы малы ХХ быуатҡа тиклем бер миллион баштан ашыу иҫәпләнгән, хәҙер иһә 120 мең тирәһе генә. Әлбиттә, техник үҫеш шарттарында атҡа ихтыяждың кәмеүе тәбиғи, тиергә мөмкин, әммә спорт ярыштары, һыбай туризм, иппотерапия, ҡымыҙ хаҡында оноторға ярамай. Нисек кенә булмаһын, бөгөн дә тормошто атһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы ҡыйын. Айырыуса башҡорт мәҙәниәте, башҡорт көнкүреше унан айырылғыһыҙҙыр. Йылҡысылыҡҡа иғтибарҙы арттырып, беҙ милли йолаларыбыҙҙы ла, сәләмәтлегебеҙҙе лә һаҡлай, иҡтисадыбыҙҙы һәм спорт тармағын да үҫтерә алабыҙ.
Күптән түгел “Аҡбуҙат” ипподромында ошо мәсьәләгә арналған матбуғат конференцияһы булғайны. Унда ипподром директоры урынбаҫары Руслан Насиров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов һәм тоҡомсолоҡ буйынса белгестәр башҡорт атын һаҡлау йүнәлешендәге эштәр, борсоған күренештәр, йылҡысылыҡты үҫтереү маҡсатында дәүләт тарафынан күрелгән ярҙам саралары хаҡында һөйләне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылҡы аҫрау менән шөғөлләнгән фермерҙар малды иткә оҙатыуға өҫтөнлөк бирә, тоҡомдо һаҡлау, спорт аттары әҙерләү, ҡымыҙ етештереү тураһында уйлап та ҡарамай, тиелде осрашыуҙа. Күптәр, айырыуса республиканың көньяҡ-көнсығышында йәшәүселәр, ҡолондарын Ҡаҙағстан, Татарстан эшҡыуарҙарына осһоҙ хаҡҡа тейәй ҙә ебәрә икән. Ҡайһы берәүҙәр “бесәнде әҙерәк ашаһын да ите күберәк сыҡһын” тигән уй менән башҡорт аттарын башҡаларға ҡатыштырыу менән мауыға, ти. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, тоҡом өсөн борсолорға мәжбүр итә.
Ҡалала йәшәүселәр йыш кисергән хәл: ситтән ҡунаҡтар килеп төшһә, һыйларға ҡымыҙ табыуы ауыр. Башҡортостан булғас, төп халыҡтың милли эсемлеге мөйөш һайын һатылып торорға тейеш кеүек тә бит... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ итеп эшләнгәнде көндөҙ сыра яндырып тигәндәй эҙләргә тура килә. “Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм: төрлө урындан һатып алынған ун ҡымыҙҙың туғыҙы эшкинмәй, күбеһе кәзә йә һыйыр һөтөнән яһалған, – тине Руслан Насиров та. – Май башында уҡ юл буйҙарында “традицион ҡымыҙ” менән сауҙа итә башлайҙар икән, был бер нисек тә башҡа һыймай”.
Республикабыҙҙа башҡорт аты аҫраусыларға, ҡымыҙ етештереүселәргә дәүләттән дүрт йүнәлештә субсидиялар бирелә. Мәҫәлән, башҡорт тоҡомло йылҡы малы һатып алған хәлдә уның ярты хаҡын ҡаплайҙар. Ауыл хужалығы министрлығына ғариза яҙып, талап ителгән документтарҙы теүәлләп тапшырыу ғына шарт. Аҙбарыңда башҡорт аттары 30 баштан артып китһә, “тоҡомсолоҡ хужалығы” статусын юллауға хоҡуғың барлыҡҡа килә. Улай иткән хәлдә аттарыңдың һәр башына йыл һайын билдәләнгән күләмдә аҡса түләнәсәк. Ҡымыҙ эшләп һатырға тотонһаң да, һәр литры өсөн 10 – 30 һумлыҡ субсидияға өмөт итергә мөмкин.
Әйткәндәй, 2019 йылда уҙғарыла башлаған “Терра Башҡортостан” турнирында башҡорт аттарына өҫтөнлөк бирелә, әммә бәғзе райондар ярышҡа сығарыу өсөн бындай тоҡомло бер бөртөк ат та таба алмай икән. Быйыл турнирға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеү өсөн ойоштороусылар приздарҙы артабан райондарға түгел, ә ат хужаларына тапшырырға ҡарар иткән. Әле “Терра Башҡортостан”дың бүләктәр фонды 10 миллион һум тәшкил итһә, алдағы йылдарҙа уны тағы арттырыу күҙ уңында тотола.
Шуны ла иҫкә төшөрөп үтәйек: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, быйылдан башлап йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә төбәк кимәлендә Башҡорт тоҡомло атты һаҡлау көнө билдәләнәсәк. Быйыл тәүге байрам 17 июлгә тура килде.
Ғөмүмән, әлеге мәғлүмәттәр йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр һәм шул кәсепкә тотонорға уйлаусылар өсөн файҙаға булһын, уларҙы бер аҙ уйланырға, сәмләнергә, ең һыҙғанып эшкә тотонорға мәжбүр итһен ине.
Даян МӘЖИТОВ.
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-07-27/bash-ort-aty-hal-yby-oto-2433025