ЙӘМҒИӘТ
26 Июля 2021, 15:52

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға ҡайтты

Билдәле спортсы социаль селтәрҙәрҙә нимә тип яҙҙы?

Добавить в предпочтительные источники Google
Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға ҡайттыЛәйсән Үтәшева Башҡортостанға ҡайтты
Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға ҡайтты

Билдәле спортсы, сығышы менән Әлшәй районынан булған Ләйсән Үтәшева йыл да Раевка ауылында йәшәгән өләсәһе Зөбәржәт менән олатаһы Солтангәрәй эргәһенә ҡайтырға тырыша.

Быйыл да ире Павел Воля һәм балалары менән Башҡортостанға килгәндәр. Был хаҡта Ләйсән Үтәшева социаль селтәрҙәрҙә яҙа һәм алма йыйып йөрөгән мәлен видеоға төшөрөп һалған.

Зөбәржәт менән Солтангәрәй Кирәевтәр 60 йылдан ашыу бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәй. Ләйсән Үтәшева үҙенең интервьюларында уларға һоҡланыуын йәшермәй, яҡындарын ҡәҙерләп кенә тора. Олатаһы менән өләсәһенән өлгө алыуын һәм ғаиләне гел беренсе урынға ҡуйыуын билдәләй.

Билдәле булыуынса, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ләйсәндең әсәһе Зөлфиә 2012 йылда 47 генә йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат булды.

 

 

 

 

Фото: Инстаграм.

Автор:Лилия Нуретдинова
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите