ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2021, 05:48

Бөткән Күсей ауылында стела эшләнә

Был эштәр ошо ауылда бала саҡтары, йәшлектәре үткән кешеләр тарафынан башҡарылды. Төп ойоштороусылары булып Урал ағай Илембетов һәм Далха Рәшитовтар торҙо.

Бөткән  Күсей ауылында стела эшләнәБөткән  Күсей ауылында стела эшләнә
Бөткән Күсей ауылында стела эшләнә

Әбеш ауыл лбиләмәһе сайтында хәбәр ителеүенсә, 1927 йылдарҙа Әбеш ауылынан күсеп сыҡҡан кешеләр тарафынан барлыҡҡа килтерелгән һәм 1963 йылдарҙа бөткән Күсей (Сәлихйән) ауылының урынында стелла эшләү һәм тәртипкә килтереү эштәре дауам итә.

Был эштәрҙе башҡарыу ошо ауылда бала саҡтары, йәшлектәре үткән кешеләр тарафынан башҡарылды. Төп ойоштороусылары булып Урал ағай Илембетов һәм Далха Рәшитовтар торҙо.

Яҙмыштары ошо ауыл менән бәйле булған күсейлеләр был эштәрҙе башҡарыуға һәм киләсәктә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арнап мемориаль таҡтаташ асыуға тип аҡса ла йыйғандар.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас