ЙӘМҒИӘТ
21 Июль 2021, 06:55

Районда иң оло десантсы!

Ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иҙрис Түләшев  тыуған көнөн билдәләне

Районда иң оло десантсы!Районда иң оло десантсы!
Районда иң оло десантсы!

18 июлдә ветеранға 96 йәш тулды. Ул Көнбайыш Украина, Венгрия, Молдавия, Румыния, Австрия ерҙәрен:дә утлы яу юлын үтә.  Ике тапҡыр ҡаты яралана. Еңеүҙе Прагала ҡаршылай.

Иҙрис Әбелкәрим улы  тыныс тормошта ла һынатай. Ул беҙҙең коллегабыҙ.  1956 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы  район гәзитендә эшләй.

Иҙрис Түләшев  тормош иптәше Гөльямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән  70 йылдан ашыу тигеҙ ғүмер итәләр. Ветеран  әүҙем йәмәғәт тормошо алып барыуы менән ҡыуандыра.  Ул йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә  тос өлөш индерә, райондың иң оло десантсыһы. 90 йылдан ашыу шахмат уйнай.

Оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә, хөрмәтле Иҙрис Әбделкәрим улы!

 

Фото муниципаль район хакимиәте башлығының Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас