

Автоуҙыш Өфө ҡалаһынан республиканың көнбайыш, төнъяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлештәре буйынса старт алды. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған акцияла ҡатнашыусылар Аҡъярҙа ла туҡталды. Район үҙәгенең Еңеү паркында улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә ҡатнашыусылар, яугир-интернационалистар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәргә ал ҡәнәферҙәр һалдылар.
--Көньяҡ-көнсығыш йүнәлешендәге автоуҙыш Белорет, Сибай, Аҡъяр, Күмертау, Салауат һәм Стәрлетамаҡ аша үтә. Беҙҙең маҡсат бер тораҡ пункттан икенсеһенә күсеп йөрөү, ҡала һәм райондар хакимиәттәре вәкилдәре, урындағы йәмәғәт ойошмалары менән осрашыу ғына түгел, ә йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, сәләмәт тормошто, автотуризмды пропагандалау, утты-һыуҙы бергә кискән хеҙмәттәштәр менән аралашыу. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәм локаль конфликаттарҙа ҡатнашыусыларҙы хәтергә алыу һәр кемдең изге бурысы. Был беҙҙең тарихыбыҙ һәм уны белмәйенсә киләсәкте төҙөү мөмкин түгел. Йәштәр өсөн был бигерәк тә кәрәк. Рәсәй армияһына рухлы, илен һөйгән егеттәр кәрәк,--тине автоуҙышта ҡатнашыусылар.
Фото һәм мәғлүмәт район хакимиәте сайтынан алынды