ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2021, 16:53

104 йыл элек 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы үҙ эшен башлай

1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбур ҡалаһында Каруаһарайҙа үткән Бөтә башҡорт ҡоролтайында, Өфө, Ырымбур, Һамар һәм Пермь губерналарынан 70 тирәһе вәкил ҡатнаша. Нәҡ I Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан автономияһын булдырыу өсөн Башҡорт милли хәрәкәте барлыҡҡа килә.

104 йыл элек 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы үҙ эшен башлай104 йыл элек 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы үҙ эшен башлай
104 йыл элек 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы үҙ эшен башлай

1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбур ҡалаһында Каруаһарайҙа үткән Бөтә башҡорт ҡоролтайында, Өфө, Ырымбур, Һамар һәм Пермь губерналарынан 70 тирәһе вәкил ҡатнаша. Нәҡ I Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан автономияһын булдырыу өсөн Башҡорт милли хәрәкәте барлыҡҡа килә.

Ҡоролтай 6 кешенән (Ш.Манатов, Ғ. Мутин, И.Мутин, С.Мерәҫов, У.Ҡыуатов, Х.Йомағолов) торған Башҡорт үҙәк (өлкә) шураһын (советын) һайлай. Бирелгән тауыштар һөҙөмтәһендә Шәриф Манатов алға сыға һәм уны шураның беренсе рәйесе итеп һайлана.

Ҡоролтайҙа Рәсәй федератив демократик республика составында милли-территориаль автономия булдырыу, улус советтарының (шура) эшмәкәрлеге, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа ҡатнашыу, аннексияларһыҙ һәм контрибуцияларһыҙ Беренсе донхя һуғышын бөтөрөү, милли ҡораллы формированиелар ойоштороу, башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙе, Каруанһарайҙы халыҡҡа ҡайтарып биреу, башҡорт халҡының иҫәбен алыу, милләт валютаһын һәм мөлкәт фондын булдырыу, бөтә халыҡҡа түләүһеҙ урта белем биреү, ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығы тураһында резолюциялар ҡабул ителә. Һуңғы резолюцияны индереүгә Һамар губернаһынан килгән делегат Рабиға Ҡушаеваның доклады йоғонто яһаған.

Киләһе ҡоролтайҙы Өфөлә уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

1917 йылғы съездар башҡорт халҡының милли үҫешенең артабанғы стратегияһын билдәләгән, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалған.

 

 

 

фото:Godunoff

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас