ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2021, 18:44

Башың бармы, Рөстәм?

“Хыянатҡа кем әҙер һуң ул? Бындай яңылыҡ һәр саҡ әсендерә лә, тетрәндерә лә..."

Башың бармы, Рөстәм?Башың бармы, Рөстәм?
Башың бармы, Рөстәм?

“Хыянатҡа кем әҙер һуң ул? Бындай яңылыҡ һәр саҡ әсендерә лә, тетрәндерә лә... Бер тамсы шик булмағанда – бигерәк тә.

Мин ҙур ғына турист компанияһында эшләйем. Беҙ кешеләргә төрлө йүнәлештәргә юлламалар алырға ярҙам итәбеҙ, республикала ял итергә теләүселәр ҙә күп. Төбәктәге турист комплекстары, кафе, ашхана, күңел асыу предприятиелары менән бәйләнештәр булдырғанбыҙ, ял итеүселәрҙе теге йәки был йүнәлеш буйынса йөрөткән транспорт компаниялары менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Шундай ойошмаларҙың береһендә Рөстәм исемле ир эшләй. Уға илле йәш самаһы, мыҡты кәүҙәле, алсаҡ, хәтәр һөйкөмлө ир. Дөрөҫөн әйткәндә, ул бихисап автобустың һәм йөк машинала­ры­ның хужаһы, ҡалала ла транспорт маршруттары бар. Аҡсаһы етерлек, эшләмәһә лә бынамын тигән йәшәй алыр ине. Тик ул өйҙә ултырып сыҙай алмай, шуға ла бәғзе осраҡтарҙа үҙе лә туристарҙы теге йәки был йүнәлеш буйынса йөрөтә.

Уның ҡатынын да беләм: күптән бергә эшләгәс, корпоративтарға, төрлө сараларға килгәне бар. Һөйкөмлө генә ханым ул Зәлифә. Ҡәҙимге ҡиәфәтле, тулыраҡ кәүҙәле булһа ла, үҙен ҡарап йөрөтә, бөхтә. Иренең иһә үҫеп бөткән ҡыҙы менән улы өсөн өҙөлөп торға­ны күренә. Әйткәндәй, мохтажлыҡ кисермәһәләр ҙә, ул да эшләп йөрөй.

Рөстәм дә юлдан ҡатынына тәмле күстәнәстәр, матур бүләктәр алып ҡайта, берәй күркәм урында булһаҡ: “Бында Зәлифәне лә алып килергә кәрәк”, – тип ҡатынын иҫкә ала. Көҙгө муллыҡ ваҡытында уға баҡсала ярҙамлашҡанын да беләм: ундай осраҡта, “эшкә килмәйем, ҡыяр-помидор тоҙлайбыҙ, маршруттарҙы минһеҙ төҙөгөҙ”, тип беҙгә хәбәр еткерә.

Бына ошондай матур һәм татыу ғаилә... Әммә беҙгә шулай тойолған ғына икән.

Бер шулай ҙур ғына туристар төркөмөн билдәле курортҡа алып киттек. Өс көнлөк ял ине, шуға ла Рөстәм менән яҡындан аралашырға өлгөрҙөк. Бер кис шулай Рөстәм эргәмә килеп ултырҙы. Ауыҙына хәмер йотҡандай тойҙом. Ул бығаса булмағанса асылып китте лә башҡа һыймаҫлыҡ хәбәр еткерҙе: баҡһаң, бынан бер нисә йыл элек турист базаларының береһендә ул күрше төбәктәге ҙур ҡаланан килгән йәш ҡатын менән танышҡан. Ул Рөстәмдән 15 йәшкә кесерәк, эшенән бушамаған, өйөнә һирәк ҡайтып күренгән бизнесмен ҡатыны булып сыҡҡан. Баҡһаң, эшһеҙлектән йонсоған ҡатын ваҡыты-ваҡыты менән ҡаланан артыҡ йыраҡ булмаған ошо ярайһы уҡ яйлы турбазала әхирәттәре менән бер нисә көнгә ял итергә, тәбиғәт ҡосағында күңел асырға килә, имеш. Рөстәм менән танышҡандан һуң, ул унда тағы ла йышыраҡ йөрөй башлаған, тап шул базала осрашып торғандар икән...

Социаль селтәрҙәге фотоһын күрһәткәс, ул ҡатынды иҫләнем: турбазаның даими клиенттарының береһе, ысынлап та, һомғол, сибәр ҡатын, етеш тормошта йәшәгәне әллә ҡайҙан күренеп тора.

Рөстәм ошо сибәркәйгә үлеп ғашиҡ булыуын, тик уны ғына уйлауын һәм мөмкинлек сыҡҡан һайын турбазаға ашҡыныуын һөйләп бирҙе. Йәш ҡатындың бизнесмен ире менән уртаҡ балалары булмауы ла асыҡланды. Һуңғы килгәндә иһә ҡатын үҙенең Рөстәм­дән ауырға ҡалыуын, әммә абортҡа йыйыныуын белдергән. Быны ишеткәс, Рөстәм: “Ғаиләмдән китер­гә әҙермен, баланы ҡалдыр, бергә йәшәйек!” – тип ялбарған, әммә йәш сибәркәй аныҡ ҡарарға килә алмайынса, ҡалаһына ҡайтып киткән...

Әйткәндәй, Рөстәм ҡатыны менән айырылышҡан хәлдә лә матди йәһәттән тишек кәмәлә тороп ҡалмаҫ ине: уның бизнесынан тыш, байтаҡ күсемһеҙ милке лә, йыйған мөлкәте лә бар. Теге йәш ханым да төшөп ҡалғандарҙан түгелдер...

Ҡыҫҡаһы, һөйгәне Рөстәмгә “уйларға ваҡыт бир” тип ҡайтып киткәндән һуң, бер ай үткәс, шылтыратып, мөнәсәбәттәрҙе өҙөүен һәм аборт эшләтеүен белдергән, үҙен эҙләмәүҙе үтенгән.

Ошо минутта быға тиклем шундай шәп ғаилә башлығы булып тойолған хөрмәтле Рөстәм миңә меҫкен зат булып тойолдо. Ҡатынына помидор тоҙлашып йөрөгән, балалары хаҡында ғорурланып һөйләгән олпат ир бер йәш бисә тип илап ултырһынсы әле? Әгәр теге йөрөмтәл сибәр бисә “әйҙә, бергә булайыҡ” тиһә, Зәлифә менән ике балаһын, ҡорған ныҡлы донъяһын еңеллек менән ташлап сығып китер инеме икән?

Көләкәс Зәлифә лә иҫемә килеп төштө. Иренең күңелендә ниндәй буран барлығы башына ла инеп сыҡмай ҙа баһа! Рөстәмде һәр сәйәхәтенән ихлас көтөп ала, көнләшеп йонсотҡанын да хәтер­ләмәйем. Бына әле лә бахыр, өйҙә “бәхетлемен” тип ултыра бит инде, баш осонда ҡара болоттар ҡуйыр­ғанын хатта тоймай ҙа!

Хәйер, арабыҙҙа Зәлифә ишеләр күптер ҙә, бәлки... Әммә Рөс­тәмгә ҡарата миндә ниндәйҙер ытырғаныс тыуҙы. Үҙеңде яратҡан кешеләр менән барыбер улай ҡыланырға ярамай, тип иҫәп­ләйем”. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?

 

 

(Светлана исемле ҡатындың һөйләгәндәренән).

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне. 

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/863055 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас