ЙӘМҒИӘТ
15 Июль 2021, 10:25

Юбилейың менән, хөрмәтле аҡһаҡал-ветеран!

Хәйбулла районының Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе булған Фәтхулла Әғлиулла улы Юламанов бөгөн тыуған көнөн билдәләй.

Юбилейың менән, хөрмәтле аҡһаҡал-ветеран!Юбилейың менән, хөрмәтле аҡһаҡал-ветеран!
Юбилейың менән, хөрмәтле аҡһаҡал-ветеран!

Хәйбулла районының Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе булған Фәтхулла Әғлиулла улы Юламанов бөгөн тыуған көнөн билдәләй.


1923 йылда тыуған егет 19 йәше лә тулмайынса 1942 йылда һуғышҡа алына. Сталинград яуына эләгә, ҡаты яралана. 1953 йылда тыуған еренә әйләнеп ҡайта. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем төрлө өлкәләрҙә намыҫлы эшләй.Бөгөн туҡһан һигеҙ йәшен тултырған олатайҙың фиҙаҡар тормош юлы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора.


Бөтә Хәйбулла халҡы исеменән уны ихлас күңелдән ҡотлайым, һынмаҫ рухлы олатайға артабан да һаулыҡ һәм именлек теләйем!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас