СПОРТ
27 Сентября , 12:04

Лапта уйыны быуындарҙы берләштерҙе

Пугачево ауылында йәшәүселәр Ивановка мәктәбе уҡыусылары менән осрашып, боронғо халыҡ уйыны һәм сыуаш халҡының мәҙәниәте менән таныштырҙы

Лапта уйыны быуындарҙы берләштерҙеЛапта уйыны быуындарҙы берләштерҙе
Лапта уйыны быуындарҙы берләштерҙе

Хәйбулла районы үҙенең спорт традициялары менән дан тота, һәм улар араһында лапта халыҡ уйыны айырым урын биләй. Район командалары егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Ошо халыҡ уйыны менән танышытырыу маҡсатында «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында ҡатнашҡан Пугачево ауылы халҡы Ивановка мәктәбе уҡыусылары менән осрашты. Пугачеволар билдәләүенсә,  лапта ауылда электән йәштәрҙең иң яратҡан ихата уйындарының береһе булған.

"Сара барышында уҡыусылар милли спорт төрө менән генә яҡындан танышманы, ә "өләсәй һандығында" һаҡланған сыуаш милли биҙәүестәре, көнкүреш әйберҙәре, шулай уҡ милли ризыҡтарҙы күрә алған. Ә һандыҡтың төбөндә лапта уйнау өсөн боронғо спорт инвентары ята: былағастан эшләнгән бура таяғы һәм һарыҡ йөнөнән яһалған туп. Спорт байрамы төрлө быуындарҙы берләштереп, күңелле һәм дуҫтарса мөхиттә үтте. Бындай саралар кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙан тыш, халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итә. Сөнки лапта - ул уйын ғына түгел, ә тарихыбыҙҙың һәм мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө!" - тип хәбәр итәләр сараны ойоштороусылар.

Лапта уйыны быуындарҙы берләштерҙе
Лапта уйыны быуындарҙы берләштерҙе
Лапта уйыны быуындарҙы берләштерҙе
Лапта уйыны быуындарҙы берләштерҙе
Лапта уйыны быуындарҙы берләштерҙе
Лапта уйыны быуындарҙы берләштерҙе
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас