

Өфөләге Көрәш һарайында Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының спорт көрәше буйынса ярыштары бара. Был – ҙур спорт сараһының һуңғы этабы. Турнирҙа Рәсәйҙең 50 төбәгенән 277 спортсы ҡатнаша. Уларҙың етәүһе Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Тәүге көндә үткәрелгән грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа 97 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Адлан Амриев донъя беренселегендә бронза миҙал яулаған Максим Аверинды еңде. 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Нохчо Лобазанов Мәскәү өлкәһе спортсыһы Аскер Губжевтан етеҙерәк булып сыҡты. Финал ярыштарында Адлан – Владимир өлкәһенән Артур Саргсян, Нохчо Новосибирск вәкиле Михаил Лаптев менән осрашты.
9 сентябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында алдан грек-рим көрәше буйынса алыштар ойошторолдо. 16 сәғәттә – ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярымфинал, 15 сәғәт 30 минутта финал ярыштары башланды.
10 сентябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса ярыштар була. 11 сентябрҙә был спорт төрө буйынса финал һәм еңеүселәрҙе ҡотлау үткәрелә.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Автор:Айһылыу Низамова
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2026-09-09/be-e-k-r-shsel-r-ynatmay-4807787