

Өфө ҡалаһында күләмле сара көтөлә – 29 августта Көрәш һарайында республикабыҙ тарихында икенсе тапҡыр "Прайм Файтинг Чемпионшип" тигән ҡул һуғышы буйынса профессионал турнир үтәсәк. Ярыш "Спорт России" тип аталған дәүләт программаһы сиктәрендә уҙа.
Ҡул һуғышында Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Төркиәнән, алты ауырлыҡ категорияһында ун спортсы ҡатнаша. Иң тулҡынландырғаны һәм ҡыҙығы, әлбиттә, Илнар "Хантер" Ишембаевтың сығышы булыр тип көтөлә. Ул Үзбәкстандан Бобур Курбонов менән көс һынаша. Ғөмүмән, көйәрмәндәрҙе хәтәр шәп тамаша көтә.
Фото: Молодежная газета.