

Көслө спортсылар араһында үткәрелгән Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы үҙенең экваторына яҡынлашып килә. Ошо шәмбе Башҡортостан иң яҡшы спортсыларҙы асыҡ һыуҙа йөҙөү һәм байдаркаларҙа, каноэла ишеү буйынса ярыштарҙа көтә. Сараны асыу тантанаһы 15 августа 19 сәғәттә Өфөләге Моторҙар эшләүселәр урамындағы 20-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Ишкәкле слалом буйынса ҡоролмалар комплексы биләмәһендә буласаҡ.
Байдаркаларҙа ишеү буйынса ярыштарҙа 140 кеше, шул иҫәптән 108 спортсы һәм 32 тренер, судья һәм башҡа белгестәр ҡатнаша. Ярыштар программаһы үҙ эсенә ишкәкле слаломдың биш дисциплинаһын ала: К-1 – ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында каяк, шулай уҡ каяк-экстрим.
15 августа, командалар килгән көндә, спортсылар рәсми күнекмәләр үткәрә. Икенсе көндө иһә миҙалдар өсөн ярыштар башлана.
Асыҡ һыуҙа йөҙөү буйынса ярыштарҙа илдең туғыҙ төбәгенән 30 спортсы ҡатнаша.
Белеүебеҙсә, программаға барлығы 43 спорт төрө индерелгән. Ярыштар Рәсәйҙең ете төбәгендә – Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Калининград, Һамар, Свердловск, Омск һәм Силәбе өлкәләрендә үткәрелә. Уларҙа 12 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 8100 спортсы, 2600 тренер, белгес, 1800 судья ҡатнаша.
Башҡортостанда алты спорт төрө буйынса ярыштар ойошторола. Республикаға 1500 тирәһе спортсы, 250 тренер, белгес һәм 150 судья килә. Башҡортостан исеменән 120 спортсы сығыш яһай. Улар 33 дисциплина буйынса үҙ көсөн һынап ҡарай.
0+
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!