СПОРТ
11 Августа , 17:51

Тәүге миҙал яуланды

Башҡортостандың Фехтование үҙәгендә 10 августа башланған фехтование буйынса ярыштар 18-енә тиклем бара.  Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:  

Тәүге миҙал яуландыТәүге миҙал яуланды
Тәүге миҙал яуланды

Башҡортостандың Фехтование үҙәгендә 10 августа башланған фехтование буйынса ярыштар 18-енә тиклем бара.  

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һәм Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы президенты, Рәсәйҙең Фехтование буйынса йыйылма командаһы баш тренеры, Олимпия уйындары чемпионы Ильгар Мамедов ҡатнашты.

-  Рәсәй йыйылма командаһына һайлау этабы булыуы менән был ярыштар айырыуса мөһим. Фехтовальщиктар юғары оҫталығын күрһәтер һәм илде ҙур халыҡ-ара турнирҙарҙа күрһәтеү хоҡуғы өсөн көрәшер тип ышанам. Ошондай ярыштарҙы үткәреү беҙҙең өсөн мөһим, - тине үҙенең сығышында Ильгар Мамедов.

Ярыштарҙа Рәсәйҙең 24 төбәгенән 400 спортсы ҡатнаша. Башҡортостан командаһы составында билдәле фехтовальщиктар бар. Тимур Сафин – 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткәрелгән Олимпия уйындары чемпионы. Егор Баранников – 2021 йылда йәш үҫмерҙәр араһында үткәрелгән донъя беренселеге еңеүсеһе. Искәндәр Булатов – былтыр йәштәр араһында ойошторолған донъя ярыштарында көмөш миҙал хужаһы. Владислав Журавлев – 2016 йылда йәш үҫмерҙәр араһында ойошторолған Европа беренселеге еңеүсеһе. Аделина Заһиҙуллина – 2020 йылда Токиола уҙғарылған Олимпия уйындары чемпионы. Адэлина Бикбулатова – 2021 йылда йәш үҫмерҙәр араһында үткәрелгән донъя беренселеге еңеүсеһе. Анастасия Иванова – донъя һәм Европа чемпионы (2019 йыл), Полина Хәйретдинова йәш үҫмерҙәр араһында үткәрелгән донъя беренселеге чемпионы (2021 йыл). Таисия Ларькина – былтыр БДБ илдәре араһында ойошторолған уйындарҙа алтын миҙал яулаусы.

Әйткәндәй, бөгөн Егор Баранников республиканың фехтование буйынса командаһы өсөн беренсе миҙал яуланы – ул бронза миҙалға лайыҡ булды.

13 августа иһә ир-егеттәр араһында шпага буйынса ярыштар үткәрелә, 14-ендә ҡатын-ҡыҙҙар беренселек өсөн алыша. 15 августа шпага буйынса ярыштар – ҡатын-ҡыҙҙар, 16-һында ҡылыс буйынса ир-егеттәр араһында ярыштар була. 16-һында – ир-егеттәр, 17-һендә ҡатын-ҡыҙҙар ошо спорт төрө буйынса көс һынаша. 18 августа ҡылыс менән фехтование буйынса командалар турниры була.

Шулай итеп, туғыҙ көн буйы көслө спортсылар шәхси һәм команда ярыштарында миҙалдар өсөн алыша. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостан командаһынан боксер Бекхан Исраилов беренсе алтын миҙалды яуланы. Ул 92 килограмдан ашыуыраҡ ауырлыҡ категорияһында  иң яҡшыһы тип танылды. Бадминтонсылар Родион Әлимов менән Алина Дәүләтова ла парҙар араһындағы ярышта беренсе урынға сыҡты. Иван Тихонов бокс буйынса 63,5 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә бронза миҙалға лайыҡ булды.

Белеүебеҙсә, программаға барлығы 43 спорт төрө индерелгән. Ярыштар Рәсәйҙең ете төбәгендә – Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Калининград, Һамар, Свердловск, Омск һәм Силәбе өлкәләрендә үткәрелә. Ярыштарҙа 12 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 8100 спортсы, 2600 тренер, белгес, 1800 судья ҡатнаша.

Башҡортостанда алты спорт төрө буйынса ярыштар ойошторола. Республикаға 1500 тирәһе спортсы, 250 тренер, белгес һәм 150 судья килә. Башҡортостан исеменән 120 спортсы сығыш яһай. Улар 33 дисциплина буйынса үҙ көсөн һынап ҡарай.

 Илшат Әхмәтов (БР Спорт министрлығы) фотоһы.

 

#СпартакиадаНародовРоссии

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас