

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда туристарҙы йәлеп иткән яңынан-яңы киңлектәр барлыҡҡа килә. Бөгөн улар тағы бер үҙенсәлекле урын менән тулыланды – Ишембай районының Верхотор ауылында. Әле унда “Баҡыр” беренсе тау заводы цивилизацияһы фестивале үтә.
1759 йылда нигеҙ һалынған элекке Верхотор баҡыр иретеү заводы тирәһендәге йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү барышында “Верхотор – заман театры” масштаблы проектын тормошҡа ашыралар. Ауыл халҡының башланғысы 2023 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһының бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡ пункттарында уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.
Проектты Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты һәм AHMADULLIN ARCHITECTS архитектура бюроһы эшләгән. Уны ике этапта – 2024 һәм 2025 йылдарҙа тормошҡа ашыралар. Дөйөм финанслау 346,4 миллион һум тәшкил итә, шуның 65,8 миллионы – федераль грант суммаһы.
Завод майҙанында визит үҙәге һәм Ҡазан Богородицаһы сиркәүенә ҡараған күҙәтеү майҙансығы йыһазландырыла. Шулай уҡ килеүселәр өсөн бәүелсәктәр ҡуйыла, заманса уйын һәм спорт зоналары, шул иҫәптән скейттар өсөн майҙансыҡ булдырыла. Верхотор быуаһы пляжында пирслы зона төҙөкләндерелә, шезлонгтар, эскәмйәләр, кафе менән павильон урынлаштырыла. Паркты һәм быуаның яр буйын пандус күпере тоташтыра.
“Баҡыр” тау заводы цивилизацияһы фестивалендә йәмәғәт киңлеген ҡараған саҡта Башҡортостан Башлығы, был проект биләмәнең тарихи ҡиммәтен һаҡлап ҡалырға һәм Ишембай районының туристарҙы йәлеп итеү көсөн арттырыу өсөн ҙур этәргес бирҙе, тине.
– Был урын Башҡортостандан һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән туристарҙы йәлеп итер тип ышанам. Беҙ бында бар күңелебеҙҙе, компетенцияларҙы һалдыҡ. Бында килгән кешеләр республикабыҙҙың тарихи көсөн тоя алһын ине, – тине Радий Хәбиров. – Бында һәр кем бөтә ғаиләһе менән килеп, ваҡытын файҙалы итеп үткәрә ала. Ошонан 10 минутлыҡ юлда Воскресенск заводы урынлашҡан, уны ла тәртипкә килтерҙек. Мин үҙем бында балаларымды алып килеп, биләмәнең тарихы тураһында һөйләргә ниәтләйем. Был проект, туризмды үҫтереү маҡсатынан тыш, мәғрифәтселек бурысын да атҡара.
Киңлек, ысынлап та, бик матур, заманса һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡан. Балалар өсөн бик күп уйын зоналары, хәүефһеҙ япмалы майҙансыҡтар бар, өлкәндәр иһә яр буйлап йөрөй, кафеларҙа яҡындары менән аралаша аласаҡ.
Бөгөн майҙанда халыҡ бихисап булды. Кешеләр ғаиләләре, балалары менән килгәйне. Барыһы ла һоҡланыу белдерҙе, аҙаҡ яйлап тағы килергә, башҡаларға был урын тураһында һөйләргә ҡарар итте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2026-07-11/turistar-verhotor-a-kilege-4748634