СПОРТ
24 Июня , 15:41

Башҡорт боксеры донъя чемпионатында финалға сыҡты!

Сибай ҡыҙы Сингапурҙан һәм Гонконгтан спортсыларҙы еңеп, турнирҙың финалына сыҡты

Башҡорт боксеры донъя чемпионатында финалға сыҡты!Башҡорт боксеры донъя чемпионатында финалға сыҡты!
Башҡорт боксеры донъя чемпионатында финалға сыҡты!

Малайзияның баш ҡалаһы Куала-Лумпурҙа тай боксы буйынса донъя чемпионаты дауам итә. Дөйөм алғанда, миҙгелдең төп ярышында 114 илдән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.

Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән муай-тай буйынса Рәсәй чемпионы Зарина Исламова Сингапурҙан һәм Гонконгтан спортсыларҙы еңеп, турнирҙың финалына сыҡты. Ике алыш та ваҡытынан алда тамамланды.

 Тай боксы буйынса донъя чемпионатында Рәсәй данын 13 егет һәм 11 ҡыҙ яҡлай. Йәштәр араһында донъя чемпионатында 20 бала көс һынаша.

 

ФОТО: РӘСӘЙҘЕҢ ТАЙ БОКСЫ БУЙЫНСА ФЕДЕРАЦИЯҺЫ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас