СПОРТ
6 Июня , 12:22

Милли көрәш – ата-бабаларыбыҙ мираҫы

Һабантуйҙың сағыу биҙәге булған милли көрәш – иң боронғо спорт төрҙәренең береһе.

Милли көрәш – ата-бабаларыбыҙ мираҫыМилли көрәш – ата-бабаларыбыҙ мираҫы
Милли көрәш – ата-бабаларыбыҙ мираҫы

Башҡорт халҡының йыйындарында, йәй көндәрендә тура килгән байрамдарында иң зауыҡлыһы милли көрәш һаналған. Ата-бабаларыбыҙ һабантуй батыры исемен яулау өсөн йыл буйына көс туплап әҙерләнгән һәм халыҡтың хуплау, дәртләндереү, ҡул сабыу тауыштары аҫтында көрәш майҙанында үҙенең бил бирмәҫ батыр икәнен иҫбатлаған. Был юлы ла майҙан уртаһына сығырға теләк белдереүселәр байтаҡ ине – көрәшселәр Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән йыйылды.

Көрәштә үҙҙәрен һынап ҡараусылар дүрт ауырлыҡ категорияһында көсөн күрһәтте. Көрәш көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы, бер кем дә бил бирергә теләмәне. Һөҙөмтәлә 65 килограмға тиклем ауырлыҡта Динар Саниевҡа (Бүребай) тиңдәр табылманы. 75 килограмға тиклемгеләр араһында Александр Лушников (Бүребай) бил бирмәһә, 85 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы батырҙар араһында Айрат Кинйәбаев (Таштуғай) еңеү яуланы. Ә инде 85 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында Ирек Күсәков (Аҡъяр) еңеүсе тип табылды. Еңеүселәргә бүләккә һарыҡ, призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Йәрәбә буйынса абсолют еңеүсе тип Илшат Мәхмүтов (Вәлит) танылды.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас