

Бөтә Рәсәй “Һин уйында” спорт проекттары конкурсына тапшырылған 127 проекттың һигеҙ башланғысы финалға сыҡты. Уларҙың береһе – Trekkingmania (“Спортта трансформациялау” номинацияһы) – Рәсәйҙең 23 төбәгенән иң яҡшы 34 проект иҫәбенә инде. Был хаҡта “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәтенән хәбәр иттеләр.
Trekkingmania – үҙ аллы сәйәхәттәр өсөн портал. Унда тема буйынса статьялар, маршруттарҙы тулыраҡ һүрәтләү, масштаблы интерактив уйын бар.
Конкурс финалына сығыусыларға тағы бер мәғариф акселераторында ҡатнашырға, артабан үҙ проекттарын Рәсәйҙең Спорт министрлығы белгестәре алдында яҡларға кәрәк буласаҡ.
“Һин уйында” конкурсы йыл һайын Рәсәйҙең Спорт министрлығы булышлығында “Рәсәй спорты” (государственная программа “Спорт России”) дәүләт программаһы буйынса үткәрелә. Уның төп маҡсаты – кешеләрҙе физкультура һәм спорт менән шөғөлләнергә булышлыҡ иткән спорт проекттарын табыу, үҫешергә булышлыҡ итеү.
Сығанаҡ, фото: Рәсәйҙең Спорт министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!