

Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова һәм район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Рөстәм Йәрмөхәмәтов сәләмләп, шахмат һөйөүселәргә ярыштарҙа уңыштар теләне. Уйындың төп судьяһы Реналь Мәмбәтов уйындың ҡағиҙәләре менән таныштырғандан һуң, ҡыҙыу уйындар башланды. Сара тиҙ шахмат ҡағиҙәләре буйынса 7 турҙа уҙа. Спорт сараһының иң йәш ҡатнашыусыһына 6 йәш булһа, иң олоһона 80 йәш.
Уйынсыларға уңыштар теләйбеҙ!