

Бөгөн ЦУР-ҙа үткән хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спортсыға Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Ә фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында алтын миҙал һәм икенсе урын яулаусы Аделина Заһиҙуллина менән Владислав Журавлев республика Башлығының маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
Төбәк етәксеһе спортсыларға уңыштары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Беҙҙә йылдар буйы төҙөлгән ныҡлы фехтование мәктәбе бар, һөҙөмтәләр иҫ киткес. Мин республикабыҙ премьер-министры Андрей Назаровҡа бокстағы уңыштарыбыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һәр еңеү артында спортты алға алып барған кешеләр тора», — тине Радий Хәбиров.
Олимпия уйындары чемпионы Аделина Заһиҙуллина республика Башлығына үҙенең Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған «Башҡортостан спорты тураһында» исемле китабын бүләк итте.
«Беҙ һеҙгә спорт объекттары төҙөлөүе һәм беҙҙең заманса Фехтование үҙәге өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ул Рәсәй төбәктәрендә иң яҡшыларҙан һанала. Унда күнекмәләр үткәреү, һаулыҡты нығытыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Беҙ республиканың ярҙамын тоябыҙ», — тине Аделина Заһиҙуллина.
ИНСАФ ХУЖАБИРГАНОВ