СПОРТ
26 Апреля , 09:05

Алышты тыуған ерендә үткәрҙе

Был хаҡта Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр

Алышты тыуған ерендә үткәрҙеАлышты тыуған ерендә үткәрҙе
Алышты тыуған ерендә үткәрҙе

Өфөлә “Рәсәй спорты” дәүләт программаһына (государственная программа “Спорт России”) ярашлы һөнәри бокс кисе – «БЕТСИТИ.IBA.PRO 17» турниры үткәрелде. Еңел ауырлыҡта IBF версияһы буйынса Рәсәйҙең еңеү белмәҫ боксеры Артур Собханҡолов (11-0, КО 5) һәм Тажиҡстандан  һис еңелмәгән Баходур Усмонов (12-0, КО 5) менән 12 раундлы алышы шоуҙың төп сараһы булды. Был алыш донъя чемпионына рәсми дәғүә итеүсене асыҡланы. Был хаҡта Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Турнир кардына ярашлы, Рәсәйҙең өс тапҡыр чемпионы Азалия Әминева һәм еңеү белмәҫ Данис Ғабдрафиҡов алыш үткәрҙе. 

Турнир Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы (IBA) тарафынан  IBA президенты Умар Кремлев, Рәсәйҙең Бокс федерацияһы һәм Башҡортостандың Бокс федерацияһы булышлығында ойошторолған.      

- Туған Өфөмдә яҡташтарым терәгендә алыш үткәреүемә шатмын. Баходур – көслө һәм тәжрибәле көнәркәшсе. Беҙ ҙур эш атҡарҙыҡ, - тип белдерҙе Артур Собханҡолов.

Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас