Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
30 Март , 16:34

Башҡортостандан ауыр атлет Бөтә Рәсәй турнирында өс алтын миҙал яуланы

Каспийск ҡалаһында ауыр атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте.

Каспийск ҡалаһында ауыр атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Дүртөйлө спортсыһы Карина Мифтахова турнирҙа бер юлы өс алтын миҙал яуланы.

Башҡортостандың Спорт министрлығында белдереүҙәренсә, ошо наградалар артында – талант ҡына түгел, рух ныҡлығы ла. Карина яңыраҡ етди йәрәхәт алған. Шуға ҡарамаҫтан, ул ныҡышмалылыҡ һәм үҙ-үҙеңә ышаныуҙың бөтә нәмәгә һәләтле булыуын раҫлай алды.

2025 йылда Карина Мифтахова ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш призер булды. Йәш спортсы Европа беренселегенә һайлап алынды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-03-30/bashkirskaya-tyazheloatletka-zavoevala-tri-zolota-na-vserossiyskom-turnire-4631758

Автор: Инсаф Хужабиргәнов

Автор:
Читайте нас