Аҡъяр ауылындағы төньяҡ-көнсығыш биҫтәһе паркында махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яугирҙарға арналған һәйкәлгә сәскәләр һалғандан һуң 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә спартакиада тантаналы рәүештә асылды. Спортсыларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов сәләмләп, Урал аръяғы райондарын берләштереүсе сараның матур йолаға, дуҫлыҡ һәм татыулык символына әйләнеүен билдәләне. Шулай уҡ Рөстәм Динислам улы командаларға уңыштар, күңелле ял теләне. Ярыштарҙың баш судьяһы Рөстәм Йәрмөхәмәтов спартакиадаға старт биргәндән һуң һәр кем бәйге урынына ашыҡты. Командалар спартакиадала эстафета, волейбол, джаколло, шахмат, йөҙөүҙә, уҡтан атыуҙа һәм дартста таһыллыҡтарын, мәргәнлектәрен күрһәтте. Хакимиәт башлыҡтары ла спорт бәйгеләренән ситтә ҡалманы, улар бильярд уйнауҙа көс һынашты.
Сара район-ара бәйләнеште нығытыу, үҙ-ара аралашыу өсөн майҙансыҡ та булды.