Рәсәй Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй һәм сит ил авиаташыусылары Фарсы ҡултығы илдәренән сыға алмаған туристарҙы һәм транзит пассажирҙарын ҡайтарыуҙы тамамланы. 2 марттан 11 мартҡа тиклем бөтәһе 59 меңгә яҡын пассажир (284 рейс) ташылған. Шул уҡ ваҡытта төбәктә хәрби хәрәкәттәр туҡтамай.
Ошо шарттарҙа Рәсәй сит ил эштәре министрлығы Рәсәй граждандарын Фарсы ҡултығы илдәренең аэропорттарында күсеп ултырыу менән тоташыу рейстарын туҡтатыу хәүефе тураһында иҫкәртә. Министрлыҡтың 3 мартта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Кувейтҡа, Бахрейнға, Катарға, Оманға һәм Сәғүд Ғәрәбстанына сәйәхәт итеүҙән тыйылырға тигән тәҡдимдәре әле лә ғәмәлдә.
Әле был төбәктәрҙә булған Рәсәй граждандарына юғары шәхси именлек сараларын күрергә, хәүефле райондарға барыуҙан тыйылырға, урындағы властарҙың күрһәтмәләрен үтәргә, шул иҫәптән ракета хәүефе янағанда шунда уҡ йәшеренеү урындарына барырға, туроператорҙар һәм авиаташыусылар менән бәйләнештә торорға саҡыралар. Донъяның башҡа төбәктәренә сәйәхәт иткәндә маршруттарҙы төплө һәм һаҡсыл планлаштырырға, Сит ил эштәре министрлығы һәм Рәсәй сит ил вәкиллектәре хәбәрҙәрен иғтибар менән күҙәтергә кәрәк.