Саңғы — ҡышҡы спорт төрҙәре араһында иң популяр һанала. Һуңғы йылдарҙа был спорт төрөнә иғтибар йәнә артты. Йыл да үткәрелгән ярыштар, унда ҡатнашыусыларҙың күп булыуы ла быны раҫлап тора. Бар ерҙә Рәсәй, Башҡортостан саңғысылары үҙҙәренең таһыллығы менән айырылып тора. Бына шундай егеттәребеҙҙең береһе, Өфө ҡалаһындағы Башҡортостандың йәш саңғысылары йыйылма командаһында шөғөлләнеүсе, 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Фидель Баймырҙин.
«Саңғы спорты физик әҙерлекле булыуҙы талап итә. Профессиональ саңғысы булырға теләгән кеше һәр ваҡыт саңғы йөрөү күнекмәләре менән шөғөлләнергә тейеш, тип беҙгә өйрәтәләр. Шуға күрә йәйге осорҙа ла күнекмәләр яһауҙы туҡтатмайбыҙ. Красноусольск шифаханаһында бөтә уңайлыҡтары булдырылған саңғы-роллер трассаһында, шулай уҡ Стәрлебаш районында, Межгорье ҡалаһында ла шөғөлләнәбеҙ», — ти йәш саңғысы Фидель.
Республика йәш саңғысылары йыйылма командаһының баш тренеры Хәниф Ғәлишин уларға саңғы спорты нескәлектәрен аса. Йәш саңғысылар профессиональ рәүештә саңғы шыуырға өйрәнеп, ярыштарҙа ҡатнашып сынығып, спорт буйынса разряд һәм дәрәжә алалар. Фидель 2025 йылда февраль айында Октябрьский ҡалаһында үткән Башҡортостан беренселегендә үҙ тиҫтерҙәре араһында классик стиль буйынса йөрөүҙә еңеүсе була. Ә быйыл республика чемпионатында йәш саңғысы 5 км һәм 7,5 км дистанцияларында ике көмөш миҙал яулай. Ғөмүмән, уның бөтә миҙалдары, почет грамоталары һәм кубоктарының иҫәбе-һаны юҡ.
Тулыраҡ «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең 6-сы һанында уҡығыҙ.