Боҙға Оло Әбеш, Бәләкәй Арыҫланғол һәм Йәнтеш ауылдарынан биш команда сыҡты. Быйма кейгән уйынсылар, оҫталығын ғына түгел, ә яҡшы кәйефте лә күрһәтеп, сәкәндәр менән оҫта идара итә. Был сарала кемдер тәжрибәле уйынсы булһа, араларында тәүге тапҡыр ғына майҙанға сығып уйнаусылар ҙа юҡ түгел ине. Көйәрмәндәр иһә ярышта ҡатнашыусыларҙы хуплап дәртләндереп торҙо.
Көсөргәнешле уйындар йомғаҡтары буйынса турнирҙа Бәләкәй Арыҫланғол ауылы командаһы еңеүсе була. Көмөш миҙалға Йәнтеш хоккейсылары, бронза миҙалға әбештәр лайыҡ булды.
Ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов бөтә спортсыларҙы миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләне. Бындай саралар спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙән тыш, иптәшлек һәм патриотизм рухын да нығыта, тип билдәләне ул.
Спорт ярыштарына килгән һәр кем күңел асып, яҡшы кәйеф алып ҡайтты. Рухи һәм физик яҡтан файҙалы, ыңғай эмоциялар һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итеүсе сара ысын байрамға әүерелде.
автор:Рәзилә Ишназарова