Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән, илебеҙҙе һаҡлап махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә араналған турнирҙа Хәйбулла районының ауылдарынан өҫтәл теннисын һөйөүселәр ҡатнашты.
Ярышты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова спортсыларҙы тәбрикләп сығыш яһаны. Матбуғат ветераны Ринат Иманғолов улы Рамаҙандың биографияһы, өҫтәл теннисы спорты менән мауығыуы, ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләне. Йыр-моң бәйгеләре лауреаты Айрат Иштановтың рухлы йыры сараны биҙәне. Ярыштың төп судьяһы Зөфәр Ҡәйепов турнирҙың ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Өҫтәл теннисы – ябай уйын ғына түгел, унда етеҙ, иғтибарлы булыу талап ителә. Еңеүселәр, призерҙар ҡиммәтле бүләктәр, диплом һәм миҙал менән бүләкләнә.
«Рамаҙан һәр саҡ спорт менән мауыҡты, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барҙы. Был сара уның хаҡында хәтерҙе яңыртып ҡына ҡалмай, йәш быуынды спорт менән шөғөлләнергә илһамландыра. Рамаҙан улымды ихтирам итеп килгәнегеҙ өсөн, район хакимиәтенә һәм спорт комитетына ярыштарҙы ойоштороуҙары өсөн ҙур рәхмәт. Был турнирҙы киләсәктә лә уҙғарып, йолаға индерергә планлаштырыла. Иң мөһиме, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, бар һалдаттарҙың да иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Бөгөнгө сараға улыбыҙҙың рухы шат булғандыр», - тип һөйләне яугирҙың әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Мәрйәм Иманғолова.
Был күркәм сараны ойоштороуға өлөш индергәндәрҙең барыһына ла афарин. Яугир Рамаҙан Иманғоловтың ата-әсәһенә ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә турнир тағы ла күберәк йәштәрҙе йыйыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Белешмә:
Рамаҙан Ринат улы Иманғолов 1996 йылдың 17 февралендә Аҡъяр ауылында донъяға килгән. 2-се Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Мәскәү авиация институтында инженер – осоусы аппараттарҙы һынаусы һөнәре буйынса белем ала. Буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнергә ярата, өҫтәл теннисы буйынса мәктәп һәм район ярыштарында еңеүҙәр яулай. Рамаҙан һәр ваҡытта ата-әсәһенә ярҙамсы һәм терәк була. 2021 йылдың 1 мартында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң, Биробиджан ҡалаһында хеҙмәт итә. «Еңеү көнөндә хәрби парадта ҡатнашҡаны өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 2023 йылдың авгусында РФ Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөй. Өлкән лейтенант званиеһын ала. Рамаҙан хеҙмәт итеү осоронда үҙен батыр яугир, ысын Ватан һаҡсыһы итеп танытты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың декабрендә махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды. Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары кавалеры.