Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
31 Ғинуар , 16:54

Байғусҡар ауылында «Хәйбулла батыры» көс экстримы буйынса ярыш үтте.

Был спорт төрөн популярлаштырыу, физик әүҙемлекте үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, көслөләрҙе һәм ҡыйыуҙарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған ярышта алты кеше көс һынашты.

Байғусҡар ауылында «Хәйбулла батыры» көс экстримы буйынса ярыш үтте.
Байғусҡар ауылында «Хәйбулла батыры» көс экстримы буйынса ярыш үтте.

Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Илнур Мәмбәтов Хәйбулла батырҙарын тәбрикләне, уңыштар теләне. Артабан ярыштың төп судьяһы Кәбир Баймурзин ҡағиҙәләр менән таныштырҙы һәм ярышҡа старт бирҙе.

Ярыш дисциплиналары үҙ эсенә биш һынауҙы алды – тәгәрмәс ауҙарыу, батырҙар йөрөшө, 16 килолыҡ герҙы  һәм ҡулайлаштырылған газ баллонын күтәреү, еңел автомобилде ҡул менән билдәләнгән урынға тиклем һөйрәп алып барыу. Бөтә ярыштар ҙа билдәләнгән ваҡытҡа тиклем эшләнде.

Ҡатнашыусылар ике ауырлыҡ категорияһына бүленеп, көстәрен һәм таһыллыҡтарын күрһәттеләр.

 Сослоҡ, ныҡлыҡ һәм етеҙлек талап иткән «Хәйбулла батыры» көс экстримы барыһының да күңеленә хуш килде. Көйәрмәндәр ҙә саранан дәрт һәм күңел күтәренкелеге алдып таралыштылар.

Беҙҙең төбәктә шунда көслө, ныҡлы рухлы, спорт яратҡан егеттәрҙең булыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята. Афарин тибеҙ һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Автор: Лира Такалова
Читайте нас