Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
27 Ғинуар , 16:17

Туризм өлкәһендә уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ ҙур

Өфөлә уҙғарылған сара быны йәнә иҫбатланы.

Туризм өлкәһендә уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ ҙур
Туризм өлкәһендә уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ ҙур

Башҡортостанда туризм тармағы көслө үҫешә. Өс йыл эсендә генә республикабыҙҙа 200-ҙән ашыу туризм проекттары тормошҡа ашырылған.

Төбәктә ҡалаларҙың туризм үҙәктәре булдырыла, яңы маршруттар асыла, ҡунаҡханалар, кемпингтар, глэмпинтар төҙөлә, булған ял базалары киңәйтелә. Бер үк ваҡытта күп туристарҙы йәлеп иткән ваҡиғалы саралар ҙа уҙғарыла. Милли проектҡа ярашлы, өс йыл эсендә Башҡортостан 1,6 миллиард һум федераль аҡса алған, был иһә тормошҡа ашырылған 200-ҙән ашыу туризм проекты.

 Башҡортостандан сыҡҡан билдәле шәхестәргә арналған туристарҙы йәлеп итеүсе урындар ҙа арта.  Шүлгәнташ музей комплексы, “Торахан” күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының визит үҙәге, милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған  “Салауат ере” тарихи мәҙәни комплексы һәм башҡа мөһим объекттар асылды.

Эске туризм төбәк иҡтисадын үҫтереү өсөн мөһим стимул бирә. Бөгөн республиканың туроператорҙары тарафынан төрлө йүнәлештәге 700-ҙән ашыу туризм маршруты тормошҡа ашырыла.  Башҡортостан халҡы үҙҙәренең төбәгендәге туризм объекттарына әүҙем йөрөй. Был да  эске туризмды нығытыуға  булышлыҡ итә.

Төбәктең туризм үҫешенә Республика Башлығы Радий Хәбиров  та ныҡлы ярҙам күрһәтә. Был йәһәттән Башҡортостанда төбәк ярҙам саралары ҡаралған.

Радий Хәбиров даими рәүештә инвестиция сәғәттәрен үткәрә, уларҙа шул иҫәптән туризм тармағындағы проекттар ҙа ҡарала. Туризм өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға муниципаль кимәлдә лә иғтибар күрһәтелә, республикала муниципалитеттарҙа бизнес-шерифтар институты эшләй. 

 Республика проекттарының ЮНЕСКО кимәлендә танылыуы ла беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Был иһә Рәсәйҙең халыҡ-ара имиджын нығытырға булышлыҡ итә, мәҙәни байлығын, тарихи мираҫын, донъя цивилизацияһына өлөшөн сағылдыра.

Рәсәйҙең курорт булмаған төбәктәре араһында шифахана ялы буйынса ла Башҡортостан лидерлыҡты биләй. Уның шифаханалары республикабыҙҙан ситтә лә киң танылыу алған. Иң танылғандары Янғантау (унда эҫе парҙар һәм газдар сыға), Ҡорғаҙаҡ (радон һыуҙары менән данлыҡлы), Красноусольскийҙың көкөрт-тоҙло сығанаҡтары үҙенсәлекле.

Тау-саңғы курорттары ла туристарҙы йәлеп итә. Башҡортостанда уларҙың һаны 14, уларҙа төрлө ҡатмартлыҡтағы 60-тан ашыу трассалар бар. Республиканың тау-саңғы үҙәктәре йылына 600 меңгә тиклем кеше ҡабул итә.

Шуны ла билдәләү мөһим, автомобиль туризмы үҫеше буйынса Башҡортостан пилотлы төбәктәр исемлегенә инде. Былтыр июль айында М-12 “Восток”  федераль трассаһының Дүртөйлө – Әшит яңы участкаһы асылды. Ул Башҡортостандың Дүртөйлө ҡалаһын һәм Свердловск өлкәһенең Әшит ҡасабаһын тоташтыра. Был участканың дөйөм оҙонлоғо 275 километр тәшкил итә, уның 140 километры Башҡортостан биләмәһенән Дүртөйлө, Борай, Тәтешле райондары аша үтә.

М-12 “Восток” трассаһының файҙаланыуға тапшырылыуы туризм потенциалын асыуға, туристар һанын арттырыуға, бизнесты үҫтереүгә, хеҙмәт күрһәтеү һәм ҡунаҡсыллыҡ тармағында яңы эш урындары булдырыуға төбәк өсөн  этәргес бирҙе. Юлға киткән ваҡыттың кәмеүе, сәйәхәттә уңайлылыҡтың артыуы Башҡортостандың туризм объекттарына ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла көсәйтә.

Республикабыҙҙа “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты ла танылыу яулай. 2025 йылда ғына  12 яңы туризм маршруты булдырылды. Был проект Башҡортостандың визит карточкаһы тиергә мөмкин. Оло быуын туристарына ул республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеген аса. Проект 2020 йылдан тормошҡа ашырыла һәм оло быуын вәкилдәрендә ҙур һорау менән файҙаланыла. Проект сиктәрендә оло йәштәге туристар өсөн Башҡортостанда 68 туризм маршруты төҙөлгән. 2020-2025 йылдарҙа проектта 65 меңләп кеше ҡатнашҡан. Был программа ҙур танылыу алыу сәбәпле 2023 йылдан өлкән йәштәгеләр өсөн сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау шарттарында Беларусь Республикаһына экскурсиялар ойошторола.

Бөгөнгө көндә бындай сәйәхәткә 3 меңдән ашыу яҡташыбыҙ сыҡҡан. Ул ғына ла түгел, ололар өсөн бындай сәйәхәттәр Абхазия, Үзбәкстан республикаларына ла ойошторола.

Туризм үҫеше йәһәтенән Башҡортостандың уртаҡлашыр тәжрибәһе лә, күрһәтер   объекттары ла бихисап.

Евразия ғилми белем биреү үҙәгенең Өфө кампусының Геном үҙәгендә ойошторолған “Заман турисының яңы трендтары һәм талаптары: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлештәре” тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә лә ошо хаҡта һүҙ барҙы, унда алға яңы маҡсаттар билдәләнде.

Осрашыуға килеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  тәбрикләне. Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Владислав Даванков, Дәүләт Думаһының туризм һәм туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаев, Дәүләт Думаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Александр Деминдың ҡатнашыуы ла туризмды үҫтереү буйынса яңы фекерҙәр ишетергә мөмкинлек бирҙе.

Башҡортостан Башлығы сараны асып, республикабыҙҙа туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.

–Был иҡтисадтың ҙур өлөшө генә түгел. Һүҙ престиж, төбәкте алға сығарыу тураһында ла бара.  Беҙгә байтаҡ халыҡ килә, туристар һаны буйынса беҙ Волга буйы федераль округында лидерҙар иҫәбендә. Шулай ҙа ынтылаһы  үрҙәр бар. Иң беренсе, туризм инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итергә, заманса туризм продукттарын тәҡдим итергә кәрәк. Бының менән беҙ планлы рәүештә шөғөлләнергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Владислав Даванков  үҙ сығышында  Башҡортостанда туризм  үҫешенә ыңғай баһа бирҙе.  

–Йыл һайын Башҡортостанға 2,3 миллион кеше килә. Был һан йылдан -йыл арта. Мәҫәлән, үҙем флайбордҡа һеҙҙең республикала баҫтым. Күптәрегеҙ һеҙҙә ошо йүнәлештә көслө мәктәп булыуын белмәйҙер ҙә. Башҡортостан – Рәсәйҙә үҙен күрһәтә белгән сағыу төбәктәрҙең береһе. Был үҙенсәлекле костюмдар, ҡыҙыҡлы стендтар, милли аш-һыуҙың тәмле өлгөләре. Иң мөһиме шул – Башҡортостанда булған кешеләр бында ҡабаттан ҡайта, – тине ул.

Рәсәй Дәүләт Думаһының туризм һәм туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаев төбәктәрҙә туризм кластерҙарын булдырыуҙың мөһимлеген  билдәләне.

–  Туризм тармағының мәғәнәһе күпкә киң, ул ял итеүҙе, күңел асыуҙы ғына аңлатмай. Был биләмә үҫеше лә, халыҡтың мәшғүллеге лә, йыйылған һалымдарҙы күтәреү ҙә. Башҡортостанға килгән туристарҙың ағымы юғары, шул уҡ ваҡытта республиканың потенциалы тағы ла ҙурыраҡ. Башҡортостанда индустрияның локомативы буласаҡ,   ҙур туроператор йәки кластер булдырыу мөһим. Уның аша федераль коллегаларға сығырға кәрәк.  Улар  һеҙҙең төбәк менән әүҙем рәүештә эшләйәсәк, тышҡы баҙарҙа алға этәрәсәк, – тине Сангаджи Тарбаев.

Рәсәй Дәүләт Думаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ комитеты рәйесе Александр Деминдың бәләкәй туризм бизнесын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу тураһындағы сығышы ла файҙалы булды.

– Башҡортостанда бизнес үҫә. Тыуған республикағыҙҙы яратыуығыҙ, барыһын да бөтә күңелегеҙҙе һалып эшләүегеҙ күренеп тора. Туризмға айырым туҡталһаҡ, был тармаҡта формалашҡан килемдең 75 процентын бәләкәй һәм урта предприятиелар тәьмин итә. Улар – бәләкәй отелдәр асҡан, экскурсиялар ойошторған эшҡыуарҙар. Был да иҡтисадтың мөһим секторы, – тине ул.

 Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар туризм үҫешенең төп тенденциялары, транспорт уңайлылығы, брендтар булдырыу тураһында ла фекер алышты.

  

ФЕКЕР:

“Торатау” геопаркының генераль директоры Заһир Хәзимуллин геопарктың туризмдың тотороҡло үҫеш биләмәһе булыуы тураһында түбәндәге фекерҙе әйтте:

–Беҙҙең республика илебеҙҙә тәүгеләрҙән  булып геопарктарҙы  биләмәнең тотороҡло үҫеш формаһы булараҡ ҡуллана, улар ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара кимәлдә танылған моделе булып тора. Геопарк – биләмә үҫеше формаһы булараҡ айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре  өсөн яҡшы тура килә, сөнки ул бер юлы өс бурысты башҡара: туристарҙы йәлеп итеү, туризм ағымдарын көйләү һәм бүлеү, ошо рәүешле тәбиғи һәйкәлдәргә антропоген көсөргәнеш кәмей, тәбиғи объекттар һаҡлана. Былар барыһы ла барлыҡ ҡыҙыҡһыныусы яҡтарҙың берләшеүгә комплекслы ҡарашы иҫәбенә өлгәшелә: урындағы халыҡтың, бизнестың, фәнни берләшмәләрҙең, төбәк һәм федераль властарҙың.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас