Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
18 Ғинуар , 15:09

Башҡорт биатлонында Дәүләт Думаһы депутаты ла, хакимиәт башлығы ла ҡатнашты

Бәйге дүртенсе йыл уҙғарыла. Быйыл ҡатнашыусылар һаны ике тапҡырға артты.

Башҡорт биатлонында Дәүләт Думаһы депутаты ла, хакимиәт башлығы ла ҡатнашты
Башҡорт биатлонында Дәүләт Думаһы депутаты ла, хакимиәт башлығы ла ҡатнашты

17 ғинуарҙа Белорет районының Манышты ауылында башҡорт һунарсыһы Биғарслан Солтанов исемендәге Милли һәм этник спорт төрҙәре күп көрәше - Башҡорт биатлоны буйынса 4-се республика турниры уҙҙы.

Быйыл Башҡортостандың 25 районынан һәм ҡалаһынан 121 спортсы ҡатнашты. Күптәре бөтә ғаиләһе менән килгән.

Иң йәш ҡатнашыусыға һигеҙ, иң олоһона — Белорет районының Усманғәле ауылынан килгән Рәйсә Фәтҡудиноваға 75 йәш.

Башҡортостан биатлонының традицион биатлондан айырмаһы шунда: һунар саңғыһында дистанцияны таяҡһыҙ үтергә һәм винтовканан, уҡтан атырға, шулай уҡ йыртҡыс фигураһына һөңгө ташларға кәрәк. 

Был бәйгелә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров инде өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. 

- Мин быйыл да ситтә ҡала алманым, ҡатнаштым. Һунар саңғыһында тауға күтәрелеү еңелерәк, әммә төшөү ауыр, сөнки улар тире менән ҡапланған. Манышты халҡы ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә яҡшы әҙерләнгән: сәхнә эшләгәндәр, саңғы юлын һалғандар һәм йыһазландырғандар, йылытылған тирмәләр ҡуйғандар. Ҡунаҡсыл хужабикәләр бөтәһен дә усаҡта бешерелгән былау һәм самауырҙан хуш еҫле үлән сәйе менән һыйланы. Халыҡ ауылды айыҡ тип иғлан иткән, магазинда алкоголь һатмаҫҡа ҡарар иткәндәр. Уларҙың ҡарарҙары ихтирамға лайыҡ. Улар үҙ көстәре менән Яугир паркы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл һәм аллея, мәсет һәм башҡа күп нәмәләр төҙөгән. Маныштарға барып күрергә кәңәш итәм. Бында үҙ еренең ысын хужалары һәм патриоттары йәшәй, - тине Зариф Закир улы. 

Башҡорт биатлонын ойоштороуға Белорет районы хакимиәте, Инйәр ауылы хакимиәте, Манышты ауылы халҡы һәм Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы тос өлөш индерә.

Быйыл Башҡорт биатлонында Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Салауат улы Хәкимов үҙе лә ҡатнашты һәм дистанцияны лайыҡлы уҙҙы. 

Бәйге еңеүселәренә маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.

Рәмилә Мусина фотолары.

Автор: Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас