СПОРТ
15 Января , 17:06

Яуаплы хеҙмәткәр, талантлы ижадсы, герой әсә

Мәрйәм Иманғолованың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу

Өфөлә Адаптив спорт төрҙәре үҙәге Паралимпия спорт мәктәбе тип үҙгәртелдеӨфөлә Адаптив спорт төрҙәре үҙәге Паралимпия спорт мәктәбе тип үҙгәртелде
Өфөлә Адаптив спорт төрҙәре үҙәге Паралимпия спорт мәктәбе тип үҙгәртелде

13 ғинуарҙа Рәсәйҙә матбуғат көнө билдәләнә. Тамырҙары менән Петр I заманына барып тоташҡан байрам бөгөн илебеҙҙәге барлыҡ журналистарҙың, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең, матбуғат баҫмалары нәшер итеүселәрҙең һөнәри байрамы иҫәпләнә. Шул уңайҙан ошо тармаҡта өс тиҫтә йылдан ашыу яратҡан эшенә бар көсөн һәм дәртен һалып хеҙмәт иткән «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите редакцияһы хеҙмәткәре Мәрйәм Иманғолова менән тормош баҫҡыстарын  барлап, йылы әңгәмә ҡорҙоҡ.

Мәрйәм Ғәле ҡыҙының матбуғатҡа бағышланған фиҙаҡәр хеҙмәтен республика хөкүмәте юғары баһаланы. 2025 йылдың декабрендә ул хаҡлы рәүештә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Намыҫлы, кешелекле, һәр кемгә яҡты сырайлы Мәрйәм Ғәле ҡыҙының исеме район гәзите уҡыусыларына яҡшы таныш. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә эш урыны теркәлгән.

  • Мәрйәм Ғәле ҡыҙы, 1989 йылда ҡулығыҙға диплом алғас та һеҙ туп-тура район баҫмаһына эшкә килдегеҙме?
  • Эйе тап шулай, минең бөтә яҙмышым редакция менән бәйле, район гәзитенә 36 йылдан ашыу ғүмеремде бағышланым. Үҙ һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен белгән, үҙ эшен мөккибән китеп яратҡан, татыу коллективҡа килеп эләктем. Шуға күрә икенсе ойошмала эшләп ҡарау йәки башҡа хеҙмәт юлын һайлау тураһында уй  ҡасан башҡа ла инмәне.

Хеҙмәт юлығыҙ тураһында ентеклеберәк һөйләгеҙ әле?

  • Ошо 36 йыл эсендә күп кенә хеҙмәт баҫҡыстарынан үттем. Хеҙмәт юлымды корректор булып башланым, бер ни тиклем ваҡыттан һуң тәржемәсе итеп алдылар. 80-се йылдарҙа «Знамя труда» рус телендәге гәзиттән материалдар башҡорт теленә тәржемә ителеп, «Хеҙмәт байрағы» гәзите дубляж форматында сыға ине. Эш башлағанда Фәрит Муса улы Ҡоҙабаевтың ярҙамын ныҡ тойҙом, ул остазым, терәгем булды. Артабан башҡорт гәзите үҙ аллы булып баҫтырыла башлағас, хәбәрсе итеп күсерҙеләр, байтаҡ йылдар хаттар бүлеге мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын башҡарҙым. Һуңғы 17 йылда «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләнем. Үҙ эшен төплө белгән, талапсан, коллективты күтәрмәләп, алға әйҙәгән баш редакторҙар менән эшләргә тура килде. Коллегаларым Фәрит Ҡоҙабаев, Рәшиҙә Үмерғәлиева, Сәлимә Байгилдина, Мәрйәм Акилова, Гөлнара Ғатауллина, Гөлнәзирә Аралбаева, Сәриә Ишемғолова, Зилә Усманова һәм башҡалар менән бер-беребеҙгә ярҙамлашып, хеҙмәт юлын татыу үттек. Йәнә эшемде яратып, күңел биреп башҡарҙым, шуғалыр ҙа һөнәремдең ауырлығын тойманым.
  • Мәрйәм Ғәле ҡыҙы, районда һеҙ булмаған бер генә ауыл да юҡтыр...
  • Командировкаларға төрлө материалдар туплау маҡсатында районды арҡырыһы буйына йөрөп сыҡтым тип әйтһәм дә була. Төрлө ерҙә эшләгән, ихтирам, абруй ҡаҙанған кешеләр, арҙаҡлы шәхестәр менән әңгәмә ҡорорға тура килде. Халҡыбыҙға бик күп ыңғай сифаттар хас, юлымда эшһөйәр, аҡыллы, изге күңелле кешеләр генә осраны. Кемгәлер серҙәш тә булып китәһең, кәңәш тә бирәһең, фәһем дә алаһың. Уңған ғаиләләр менән танышҡандан һуң үҙен дә дәрт-дарман алып, илһамланып ҡайтаһың. Кешеләрҙең ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңелде үҫтерә, тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирә торғайны.
  • Командировкаға барған ваҡытта ҡыҙыҡлы хәлдәр булдымы?
  • Хәбәрсе булып эшлай башлағас, район ауылдарының береһенә тәүге командировкаға сыҡтыҡ.  Диңгеҙселәр көнөнә ҡарата бер моряк тураһында  яҙырға кәрәк ине.  Ауыл биләмәһе башлығы менән йылы әңгәмә ҡорҙоҡ. Диңгеҙсе тураһында һорашҡас, шаяртырға булды күрәһең. Шул шул өйҙә диңгеҙсе йәшәй, үҙегеҙ һөйләшерһегеҙ тине. Ярай, адрес буйынса барҙым, бер ир-ат ихатала бесән өйә. Исеме менән өндәшеп, һеҙ элекке морякмы тип һорағас, унын йөҙө үҙгәреп, артабан аралашыуҙан ҡырҡа баш тартты. Баҡтиһәң, ағайыбыҙ  әҙерәк ҡырын һалып алһа,  тельняшкаһын кейеп, мин диңгеҙҙә йөҙҙөм тип маҡтанырға яратҡас, «моряк» тигән ҡушамат алған икән.

Унан тыш,  элегерәк  комбайнерҙары эш урынында тырышып фото төшөрөп тә,  пленканың бөтөүе, иң ҡыҙыҡлы әңгәмә ваҡытында  диктофондың һүнеүе кеүек осраҡтар ҙа була торғайны.  

  • Әңгәмә барышында тормош иптәшегеҙ Ринат Ғәле улы хаҡында телгә алмау мөмкин түгел.
  • Тормош иптәшем Ринат Ғәле улы менән редакцияла эшкә килгәс танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Ул да һөнәренә тоғро ҡалып, районыбыҙҙың рус телендә сыҡҡан гәзитендә 40 йылдан ашыу эшләне. Күптәр һорай торғайнылар: «һәр ваҡыт бергәһегеҙ, ҡыйын түгелме», - тип. Мин быны шулай булырға тейештер тип ҡабул иттем, тормош иптәшем эштә лә, өйҙә лә ныҡ ярҙам итте. Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, кәңәшләшеп эшләнек, тормош иптәшемдең һаҡлауын тойоп йәшәү миңә көс бирҙе. Рөстәм менән Рамаҙан исемле улдар тәрбиәләп үҫтерҙек. Улар беҙҙе  борсоуға һалмай, ипле булдылар, мәктәптә тырышып уҡынылар, юғары белем алдылар. Рөстәм улыбыҙ хәҙерге ваҡытта ғаиләһе менән Анапа ҡалаһында йәшәй, киленебеҙ Ғәлиә менән Дилбәр һәм Алмаз исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Махсус хәрби операция биләмәһендә Рамаҙан улыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһы йәнебеҙҙе өтә... Ул, намыҫлы офицер, батырҙарса һәләк булды, үлгәндән һуң «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
  • Хөрмәтле Мәрйәм Ғәле ҡыҙы ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ысын күңелдән һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә күркәм сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер юлы һәм именлек теләйбеҙ. Яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, изге хәбәрҙәр генә ишетеп йәшәргә яҙһын!

                                                                             Лира Такалова әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас